Бөтә яңылыҡтар
МАТБУҒАТҠА ЯҘЫЛЫУ
23 Декабрь 2019, 17:35

Бүләккә – көнкүреш техникаһы!

Яңы 2020 йыл да етеп килә! Ошо мөғжизәгә бай байрам айҡанлы беҙ үҙебеҙҙең гәзит уҡыусыларҙы матур-матур бүләктәр менән ҡыуандырырға ашығабыҙ.“Мораҙым” һәм "Кугарчинские вести” гәзиттәренә яҙылыусылар араһында йылды йомғаҡлаусы бүләк уйнатыу акцияһы үтәсәк.

Яңы 2020 йыл да етеп килә! Ошо мөғжизәгә бай байрам айҡанлы беҙ үҙебеҙҙең гәзит уҡыусыларҙы матур-матур бүләктәр менән ҡыуандырырға ашығабыҙ.
Хөрмәтле гәзит уҡыусылар! 30 декабрҙә иртәнге 11-ҙә “Мораҙым” һәм "Кугарчинские вести” гәзиттәренә яҙылыусылар араһында йылды йомғаҡлаусы бүләк уйнатыу акцияһы үтәсәк, мөғжизәле байрам – Яңы йыл алдынан үткәрелгән бүләк отошта үтек, кофеварка, сәйгүн, фен, миксер, блендер кеүек хужалыҡта кәрәкле көнкүреш тауарҙары уйнатыласаҡ. Ә төп бүләк - электр ит турағысы!
Ашығығыҙ! Район гәзиттәренә яҙылып, квитанцияһын йәки уның күсермәһен беҙгә алып килгән йәки ебәргән һәр кем бик шәп бүләктәр отоу мөмкинлегенә эйә. Адресыбыҙ: Мораҡ ауылы, Ленин урамы, 49.

Күгәрсен мәлүмәт үҙәге.

Читайте нас: