Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
МАТБУҒАТҠА ЯҘЫЛЫУ
17 Декабрь 2019, 14:05

“Мораҙым”дың тоғро дуҫы

Гәзиттең бер ҡанаты уның хеҙмәткәрҙәре булһа, икенсе ҡанаты, әлбиттә, уҡыусылар. Йылдар буйы баҫмабыҙға тоғро ҡалған, уға булған һөйөүен балаларына, ейән-ейәнсәрҙәренә лә тапшырған тоғро уҡыусыларыбыҙ, шөкөр, бик күп. Яңауыл ауылында ғүмер иткән Зәкиә апай Нариманова ла үҙемде белә-белгәндән алып “районка”нан айырылмайым, ти.

Өс бала үҫтергән, 35 йыл Яңауыл мәктәбендә балаларға белем биргән ветеран-уҡытыусы улы һәм килене менән бер ихатала йәшәй, өйҙәре йәнәш кенә булып, ишектәре бе-береһенә терәлеп кенә тигәндәй торһа ла, “Мораҙым”ға айырым-айырым яҙылған улар.
Әйткәндәй, Зәкиә Әхмәт ҡыҙы беҙҙең баҫманан тыш, “Йәшлек” гәзитен, “Толпар”, “Диләфруз”, “ЗОЖ”, “Моя жизнь” журналдарын алдыра.
- Аҡса ғүмерҙә етмәй, аҙ булһа ла, күп булһа ла тормай, гәзит-журналдарҙы иһә айҙар буйы рәхәтләнеп уҡып кинәнәһең, - ти тоғро уҡыусыбыҙ.
Читайте нас: