Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
МАТБУҒАТҠА ЯҘЫЛЫУ
13 Декабрь 2019, 08:30

Гәзит уҡыусыларға - яңы йыл бүләктәре

Барыбыҙ ҙа – балалар ҙа, өлкәндәр ҙә Яңы йыл байрамын түҙемһеҙләнеп көтә. Ысынлап та, күптәр үҙҙәренең иң яҡты һәм изге хыялдарының тап яңы йылда тормошҡа ашыуын, тылсымлы байрамдан мөғжизәләр көтә. Беҙ ҙә - “Мораҙым” һәм “Кугарчинские вести” гәзиттәре үҙебеҙҙең әүҙем уҡыусыларға яңы йыл бүләктәре әҙерләнек. Ниндәй тиһегеҙме?!

Барыбыҙ ҙа – балалар ҙа, өлкәндәр ҙә Яңы йыл байрамын түҙемһеҙләнеп көтә. Ысынлап та, күптәр үҙҙәренең иң яҡты һәм изге хыялдарының тап яңы йылда тормошҡа ашыуын, тылсымлы байрамдан мөғжизәләр көтә.
Беҙ ҙә - “Мораҙым” һәм “Кугарчинские вести” гәзиттәре үҙебеҙҙең әүҙем уҡыусыларға яңы йыл бүләктәре әҙерләнек. Ниндәй тиһегеҙме?! Район гәзиттәренә 2020 йылдың беренсе яртыһына яҙылып, квитанцияһын беҙгә – Мораҡ ауылы, Ленин урамы, 49 адресына ебәргәндәрҙе сираттағы бүләк уйнатыу - “Яңы йыл ҡыуаныстары” көтә.
18 декабрҙә иртәнге 11-ҙә үткән бүләк отошта һеҙ үҙегеҙ ҙә ҡатнаша һәм шыршы, светодиодлы гирлянда, светильник-проектор, хлопушка һәм бик күп тәмлекәстәрҙең кемдәргә эләккәнен күрә алаһығыҙ. Яҙылығыҙ, уҡығыҙ һәм беҙҙең менән ҡалығыҙ!
Читайте нас: