Киләһе йылдың беренсе ярты йыллығына ваҡытлы матбуғатҡа ташламалы хаҡтар менән яҙылыу буйынса ун көнлөк дауам итә. Йәшерен-батырын түгел, элекке кеүек йырлап бармай яҙылыу, бик ауырлыҡ менән. Йылғаның ике яры, таяҡтың ике башы бар, әммә таныш тәңгәлдә кешеләр өс-дүрт лагерға бүленә. Беренселәре аҡса еткерә алмауына зарлана, хаҡтар тешләшә шул, уларҙы аңларға була. Икенселәре (ғәҙәттә уларҙың баҫмабыҙҙы ғүмерендә бер булһа ла ҡулына тотоп ҡарамаған икәнлеге асыҡлана): “Гәзитегеҙҙә уҡырлыҡ нимә юҡ”, - тип аҡлана. Өсөнсөләренең яуабы ябай - бөтә яңылыҡтар интернетта бар. Ана шул һуңғы рәттәгеләре, уларҙың күпселеге бала сағы рухи ҡиммәттәрҙең аҫты-өҫкә килгән осорға тура килгән беҙҙән йәшерәк быуын, күңелгә шом һала ла инде. Дөрөҫөрәге, күҙҙәрендә сағылыш тапҡан моңһоҙлоҡ, битарафлыҡ йөрәкте өшөтә.
Дүртенселәре – матбуғатһыҙ йәшәүҙе күҙ алдына килтерә алмаған, унан рухи үҫеш кисереп үҫкән ныҡлы тамырлы быуын. Был рәтте бәләкәстән әсә-атаһынан күреп гәзит еҫен еҫкәп, баҫмаларҙы ҡулдарына ҡәҙерләп тотоп уҡыуҙан рухи ял алып, күңел бөтөнлөгөнә ирешеү һәләтенә эйә заттар һәм кеше хеҙмәтенә тәрән ихтирам менән ҡарарға өйрәнеп, ғүмер баҡый “намыҫ ҡушҡанса” йәшәргә өйрәнгән данлы Совет иле балалары тулыландыра. Уларҙың барлығы күңелде һөйөндөрә, улар алдында ҙур яуаплылыҡ тойоу йөрәктәргә ижад ялҡыны өҫтәй!
Һеҙ фотола күргән Яңы Хвалын ауылында йәшәүсе Разия менән Мөхәмәди Әбүбәкировтар ҙа ана шул, хеҙмәт яланында сынығып үҫеп, ваҡытлы матбуғаттан рухи кинәнес алырға ғәҙәтләнгән совет быуынынан. Баҫмабыҙҙың тоғро дуҫтары тураһында яҙмабыҙҙы гәзиттең киләһе һандарында уҡый алаһығыҙ.