Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
МАТБУҒАТҠА ЯҘЫЛЫУ
5 Декабрь 2019, 14:45

Бүләктәр һеҙҙе көтә!

Күгәрсен мәғлүмәт үҙәге подписка кампанияһы барышында гәзит уҡыусылар араһында төрлө акциялар үткәрә, бүләктәр уйната. “Мораҙым” һәм “Кугарчинские вести” гәзиттәренә яҙылып, квитанцияларын беҙгә ебәргән гәзит уҡыусылар араһында уҙған шаршамбы сираттағы бүләк уйнатыу сараһы үтте. Унда “Мораҙым” гәзитен алдырыусыларҙың 127, “Кугарчинские вести”ны уҡығандарҙың 315 квитанцияһы ҡатнашты. Сарала ҡатнашырға килеүселәрҙе бүләк отош шарттары менән таныштырғас, гәзит уҡыусылар лототрондан бәхетле һандарҙы тартып та сығарҙылар.

Шулай итеп, “Мораҙым” гәзитен алдырыусылар араһында стена сәғәтен Юлдыбайҙан Сәмәрә Псәнчина отто, киләһе сысҡан йылын символлаштырыусы копилка Тәүәкәндән Айнур Әбдрәхимовҡа, ә һауыттар йыйылмаһы Ялсынан Мөслимә Зәйнәғәбдиноваға насип булды. “Кугарчинские вести”ны алдырыусылар араһында Мораҡтан Екатерина Горскова, Анатолий Ведерников һәм Лариса Рассадникова иң даланлылары булып сыҡты.
Беҙ бүләк отоусыларҙы ысын күңелдән ҡотлайбыҙ һәм редакцияла – Мораҡ ауылы, Ленин урамы, 49 адресы буйынса көтөп ҡалабыҙ (үҙең менән ИНН, страховка таныҡлығы, паспорт алырға).
Ә кемдәргә был юлы бәхет йылмаймаған, бер ҙә төшөнкөлөккә бирелмәгеҙ. 18 декабрҙә иртәнге 11-ҙә һеҙҙе яңы бүләктәр - “Яңы йыл ҡыуаныстары” көтә!
Читайте нас: