Мораҙым
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МАТБУҒАТҠА ЯҘЫЛЫУ
2 Декабрь 2019, 16:40

2 декабрҙән 12 декабргә тиклем арзан хаҡҡа яҙылып ҡал!

Хөрмәтле дуҫтар! Һеҙҙең өсөн дә, беҙҙең өсөн ҡыуаныслы яңылыҡ, “Рәсәй почтаһы” 2 декабрҙән 12 декабргә тиклем 2020 йылдың беренсе ярты йыллығына ваҡытлы матбуғатҡа ташламалы хаҡтар менән яҙылыу буйынса ун көнлөк иғлан итә. Тимәк, ошо арала һәр кем гәзит-журналдарға, шул иҫәптән беҙҙең “Мораҙым” һәм “Кугарчинские вести” гәзиттәренә 10 процент ташлама менән яҙыла ала.

Хөрмәтле дуҫтар!
Һеҙҙең өсөн дә, беҙҙең өсөн ҡыуаныслы яңылыҡ, “Рәсәй почтаһы” 2 декабрҙән 12 декабргә тиклем 2020 йылдың беренсе ярты йыллығына ваҡытлы матбуғатҡа ташламалы хаҡтар менән яҙылыу буйынса ун көнлөк иғлан итә. Тимәк, ошо арала һәр кем гәзит-журналдарға, шул иҫәптән беҙҙең “Мораҙым” һәм “Кугарчинские вести” гәзиттәренә 10 процент ташлама менән яҙыла ала.
Ун көнлөк ваҡытында “районка”ға хаҡтар түбәндәгесә:
- почта бүлексәһе аша ярты йылға яҙылыу хаҡы – 934 һум 2 тин.
- льготалы категорияға ҡараған граждандарға (Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары; хәрби хәрәкәттәр ветерандары; хәрби хеҙмәт ветерандары;
бөтә категория инвалидтары) – 856 һум 32 тин.
- редакциянан үҙегеҙ килеп алған осраҡта ярты йыллыҡҡа яҙылыу хаҡы 545 һум 40 тин буласаҡ. Корпоратив, йәғни коллектив менән яҙылыу ҙа ошо хаҡҡа төшәсәк.
Беҙҙең менән бергә ҡалығыҙ! Быға тиклем “районка”ларға яҙылып өлгөрмәгәндәр был уңайлы мөмкинлекте ҡулынан ысҡындырмаҫ, тип ышанабыҙ.
Гәзит уҡыусылар араһында бик шәп, бик кәрәкле бүләктәр ҙә уйнатыла: “районка”ларға ярты йыллыҡҡа яҙылып, квитанция күсермәһен беҙгә – Мораҡ ауылы, Ленин урамы, 49 адресы буйынса алып килгән йәки хат аша ебәргән һәр кем бүләк отоу мөмкинлегенә эйә. Киләһе бүләк уйнатыу 4 декабрҙә иртәнге 11-ҙә уҙа.
Читайте нас: