Онлайн-гәзит яратыусылар өсөн дә ҡыуаныслы хәбәр: 1 ноябрҙән “Мораҙым” һәм “Кугарчинские вести” гәзиттәренең электрон версияһына яҙылыусылар араһында “Гәзит һәр саҡ минең янда” исемле акция башлана.
Унда ҡатнашыу шарттары бик ябай: гәзиттең электрон вариантына rbsmi.ru интернет-порталы аша яҙылырға һәм квитанцияны редакцияға алып килергә йәки почта аша: Мораҡ ауылы, Ленин урамы, 49 адресына ебәрергә.
Ноябрь аҙағында квитанциялар уйнатыласаҡ, еңеүсе көнкүреш һәм компьютер магазинына 3000 һумлыҡ сертификат отасаҡ.
Гәзиттең электрон вариантына яҙылыу хаҡы – 666 һум.