Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
МАТБУҒАТҠА ЯҘЫЛЫУ
21 Ноябрь 2019, 16:49

Бүләктәрҙе кемдәр отто?

- Их, бүләктәр шәп! - тип ҡыҙыға Күгәрсен мәғлүмәт үҙәге үткәргән бүләк отошта ҡатнашыусылар. Ысынлап та, быйыл да бүләктәрҙең иң шәп һәм иң кәрәклеләрен генә һайлап алырға тырыштыҡ һәм уларҙы уйнатып һеҙҙе, хөрмәтле гәзит уҡыусылар, ҡыуандырырға ашығабыҙ. Был шаршамбы ла шулай булды. Бүләк уйнатыуҙа бөтәһе 400 квитанция ҡатнашты, уларҙың 111-е “Мораҙым” гәзитен алдырыусыларҙыҡы булһа, 289-ы – “Кугарчинские вести”ныҡы.

Шулай итеп, был юлы “Мораҙым” гәзитен алдырыусылар араһынан Мораҡтан Тәнзилә Яугилдина – ҡоймаҡ табаһы, Илдар Сыңғыҙов – еләк-емеш өсөн һауыт, Йомағужанан Миңлегөл Собханғолова сәй сервизы отто.

Ә “Кугарчинские вести”ға яҙылыусылар араһынан Мораҡтан Флорид Тубулов, Александр Блинов һәм Елена Жердева иң даланлылары булып сыҡты.

Башҡаларға әйтер һүҙебеҙ шул: киләһе бүләк отош 4 декабрҙә иртәнге 11-ҙә үтәсәк. Хөрмәтле дуҫтар, квитанцияларығыҙҙы Мораҡ ауылы, Ленин урамы, 49 адресы буйынса беҙгә ебәрергә ашығығыҙ! Бәлки, был юлы уңыш тап һеҙгә йылмайыр!
Читайте нас: