Мораҙым
+13 °С
Облачно
МАТБУҒАТҠА ЯҘЫЛЫУ
7 Ноября 2019, 13:24

Бүләк кемгә эләкте?

Был аҙнала алдан вәғәҙә ителгәнсә район гәзиттәренә яҙылып, квитанцияларын килтергән, ебәргән иң әүҙем гәзит уҡыусылар араһында бүләктәр уйнатылды. Шулай итеп, “Мораҙым” ды алдырыусылар араһында был юлы бәхет кемдәргә йылмайҙы?

Был аҙнала алдан вәғәҙә ителгәнсә район гәзиттәренә яҙылып, квитанцияларын килтергән, ебәргән иң әүҙем гәзит уҡыусылар араһында бүләктәр уйнатылды.


Шулай итеп, “Мораҙым” ды алдырыусылар араһында был юлы бәхет Сәйетҡолдан Нурия Ниязғоловаға (һауыттар ), Нуҡайҙан Хәмитйән Әүҙәнбаев (духовка өсөн көршәктәр) менән Әнүзә Әбделмәноваға (сәй сервизы) йылмайҙы, улар беҙ әҙерләгән шәп бүләктәрҙе отто.


Ә “Кугарчинские вести”ға яҙылыусылар араһында Мораҡтан Галина Шалимова, Любовь Арбузова һәм Рәил Искәндәров иң даланлылары булып сыҡты. Беҙ еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ һәм редакцияла көтөп ҡалабыҙ, үҙең менән паспорт, ИНН, пенсия таныҡлығы алып килергә.


Хөрмәтле гәзит уҡыусылар! Киләһе бүләк уйнатыу 20 ноябрҙә иртәнге 11-ҙә үтәсәк, йортоғоҙ һәм ғаиләгеҙ өсөн бик кәрәкле әйберҙәр отҡоғоҙ килһә, гәзиттәргә яҙылырға һәм квитанцияларығыҙҙы Мораҡ ауылы, Ленин урамы, 49 адресы буйынса беҙгә килтерергә ашығығыҙ!
Читайте нас