23 октябрҙә үткән бүләк уйнатыуҙа льготалы декада осоронда яҙылыусыларҙан бөтәһе 238 квитанция ҡатнашты, уның 65-е “Мораҙым” гәзитен алдырыусыларҙыҡы ине. Шулай итеп, был көндө “Мораҙым” гәзитенә яҙылыусылар араһында Яңауылдан Заһир Яҡупов - стакандар йыйылмаһы, Әминә Аҫылбаева - электр сәйгүне, Бикбулаттан Альберт Айҙарбәков одеял отоп ҡыуанды. “Кугарчинские вести”ны алдырыусылар араһында Мораҡтан Зөлфирә Ҡорбанаева, Гөлфая Әхмәтйәнова һәм Лилиә Литвинова иң даланлылары булып сыҡты.