Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
МАТБУҒАТҠА ЯҘЫЛЫУ
14 Декабрь 2018, 19:23

Һеҙҙән – яҙылыу, беҙҙән – бүләк!

12декабрҙә “Аҙна һайын - бүләк” конкурсының сираттағы еңеүселәре билдәләнде. Былюлы Күгәрсен мәғлүмәт үҙәгенә барлығы 702 квитанция ебәрелгәйне.

12 декабрҙә “Аҙна һайын - бүләк” конкурсының сираттағы еңеүселәре билдәләнде. Был юлы Күгәрсен мәғлүмәт үҙәгенә барлығы 702 квитанция ебәрелгәйне.

Киләһе йылға “Мораҙым”гәзитенә яҙылғандар араһынан иң даланлылары - Бикбулат ауылынан Мәрзиә Аслаева (аҡса йыйыу һауыты), Яңауылдан Әминә Аҫылбаева (стакандар) менән Ҡадир Буранбаев (үтек), Күгәрсендән Раҡия Маннанова (диско-лампа), Мораҡтан Миңлегөл Байморатова (сынаяҡтар) һәм Гөлнара Ғафарова (духовка өсөн көршәктәр), Бикестән Хәмдиә Әминова (мендәр), булып сыҡты.

“Кугарчинские вести” гәзитен алдырыусыларҙан Лариса Рассадникова, Зилә Сәғитова, Эдуард Исхаҡов, Сергей Платонов, Г.Түләгәнова (Мораҡ), Эльвира Тимербулатова (Йомағужа), Мария Авдасева (Воскресенск) еңеүселәр тип табылды.

Еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ һәм редакцияла көтөп ҡалабыҙ (үҙең менән паспорт, социаль номер һәм страховка танытмаһын алып килергә).

Был юлы приз ота алмаусылар төшөнкөлөккә бирелмәһен: улар төп бүләк – велосипед отоуҙа ҡатнашасаҡ. Бик тиҙҙән, 20 декабрҙә, 2 еңеүсе исеме асыҡланасаҡ.


Күгәрсен мәғлүмәт үҙәге.
Читайте нас: