Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
МАТБУҒАТҠА ЯҘЫЛЫУ
22 Ноябрь 2018, 17:52

Бәхет кемгә йылмайҙы?

Был аҙнала алдан вәғәҙә ителгәнсә, “Аҙна һайынбүләк” акцияһы башланды. Уҙған шаршамбы Күгәрсен мәғлүмәт үҙәгендә гәзиткәяҙылып, квитанцияларын килтергән иң әүҙем гәзит уҡыусылар араһында бүләктәруйнатылды.

Шулай итеп, “Мораҙым” ды алдырыусылар араһынан тәүгеләрҙән булып Ҡалдар ауылынан Миңниса Исламғолова (диско-лампа), Мораҡтан Фәймә Аҡъюлова (блендер), “Уралҡай” балалар баҡсаһынан Лилиә Ишбаева (стакандар йыйылмаһы), Мораҡтан Фәриҙә Рафиҡова (стакандар менән кувшин), район мәҙәниәт һарайынан Г.Д.Йәғәфәрова (одеял,) Үрге Мөрсәләйҙән Миңлеямал Исҡужина (духовка өсөн көршәктәр,) Һапаштан И.Ниғмәтуллин (сәй сервизы) отто һәм беҙ әҙерләгән шәп бүләктәр тап уларҙың бәхетенә сыҡты.
Ә “Кугарчинские вести”ға яҙылыусылар араһында Хоҙайбирҙиндан З.И.Аҙналина, Түкәттән М.Р.Ҡасимова, Ибрайҙан Әминә Ихсанова, “Күгәрсен агрофирмаһы” йәмғиәтенән Елена Чернова, Мораҡтан Венера Тоҡомбәтова, Йомағужанан Ф.М.Баһаутдинова һәм Воскресенскийҙан П.В.Оснач иң даланлылары булып сыҡты.
Беҙ еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ һәм редакцияла көтөп ҡалабыҙ, үҙең менән паспорт, ИНН, пенсия таныҡлығы алып килергә.

Хөрмәтле гәзит уҡыусылар! “Аҙна һайын бүләк” сараһының сираттағыһы 28 ноябрҙә иртәнге 11-ҙә үтәсәк, йортоғоҙ һәм ғаиләгеҙ өсөн бик файҙалы әйберҙәр отҡоғоҙ килһә, гәзиттәргә яҙылырға һәм квитанцияларығыҙҙы килтерергә ашығығыҙ, дуҫтар!


Розалия ИСҠУЖИНА.
Читайте нас: