Бөтә яңылыҡтар
МАТБУҒАТҠА ЯҘЫЛЫУ
13 Сентябрь 2018, 16:45

Беҙҙең менән ҡалығыҙ!

Сентябрҙә 2019 йылдың беренсе ярты йыллығынарәсәй, республика һәм район баҫмаларына яҙылыу кампанияһы башланды. “Мораҙым”һәм “Кугарчинские вести” гәзиттәренә почта бүлексәләрендә, баҫманы таратыусылараша, Күгәрсен мәғлүмәт үҙәгенең подписка һәм реклама бүлегендә яҙылырға була.

Сентябрҙә 2019 йылдың беренсе ярты йыллығына рәсәй, республика һәм район баҫмаларына яҙылыу кампанияһы башланды. “Мораҙым” һәм “Кугарчинские вести” гәзиттәренә почта бүлексәләрендә, баҫманы таратыусылар аша, Күгәрсен мәғлүмәт үҙәгенең подписка һәм реклама бүлегендә яҙылырға була.
Хаҡтар түбәндәгесә: почта аша ярты йылға – 968 һум 10 тин; льготалы категорияға ҡараған граждандарға ярты йылға – 890 һум 88 тин.
Редакциянан үҙегеҙ килеп алған осраҡта ярты йыллыҡҡа яҙылыу хаҡы 582 һум буласаҡ. Корпоратив, йәғни коллектив менән (Мораҡта урынлашҡан ойошма, предприятие, учреждениелар өсөн) яҙылыу ҙа ошо хаҡҡа төшәсәк.
Гәзиттең электрон вариатын алдырыусыларға хаҡ элеккесә ҡаласаҡ: ярты йылға – 606 һум.
Хөрмәтле дуҫтар! Киләһе йыл да беҙгә ышаныс белдерерһегеҙ, тип ышанам. Ә беҙ үҙ сиратыбыҙҙа һеҙҙең кәңәшсегеҙ ҙә, фекерҙәшегеҙ ҙә, серҙәшегеҙ ҙә, яҡын дуҫығыҙ ҙа булырға тырышырбыҙ.

Күгәрсен мәғлүмәт үҙәге.

Читайте нас: