Мораҙым
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МАТБУҒАТҠА ЯҘЫЛЫУ
8 Июнь 2018, 19:25

Бүләктәр үҙ хужаларын көтә

Район гәзиттәренә яҙылып, квитанцияһын беҙгәебәреүселәргә бүләктәр вәғәҙә ителгәнен беҙҙең әүҙем гәзит уҡыусылар күптәнбелә. Сираттағы “Аҙна һайын бүләк от” сараһы 5 июндә үтте һәм Күгәрсен мәғлүмәт үҙәге әҙерләгән бүләктәр үҙхужаларын тапты.

Район гәзиттәренә яҙылып, квитанцияһын беҙгә ебәреүселәргә бүләктәр вәғәҙә ителгәнен беҙҙең әүҙем гәзит уҡыусылар күптән белә. Сираттағы “Аҙна һайын бүләк от” сараһы 5 июндә үтте һәм Күгәрсен мәғлүмәт үҙәге әҙерләгән бүләктәр үҙ хужаларын тапты.

“Мораҙым” гәзитен алдырыусылар араһында Мораҡ ауылынан З.Сәлмәнова, Юлдыбайҙан К.Хоҙайғолова, Подгорныйҙан Г.Иҫәнбаева был юлы иң даланлылары булды. “Кугарчинские вести” гәзитенә яҙылыусылар араһынан был юлы бәхетле осраҡ Мораҡтан А.Жарков һәм Т.Трофимова, Мораҡ 1-се урта мәктәбенән Р.Рафиҡоваларға йылмайҙы.
Еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ һәм редакцияла көтөп ҡалабыҙ, адресыбыҙ: Мораҡ ауылы, Ленин урамы, 49, үҙең менән паспорт, социаль номер һәм страховка танытмаһын алып килергә. Киләһе бүләк уйнатыу 13 июндә иртәнге 11-ҙә буласаҡ.

Һеҙ һүрәттә күргән мөләйем ҡыҙ – беҙҙең әүҙем гәзит уҡыусыларыбыҙың береһе, үткән аҙнала уҙғарылған бүләк отошта сынаяҡтар отоусы Мәҡсүт ауылынан Юлиә Вафина. Юлиәне иң даланлы гәзит уҡыусы тиергә лә була. Сөнки ул “Шоңҡар” журналына яҙылып, кувшин менән бокалдар отһа, “Башҡортостан” гәзитен алдырып кеҫә телефонлы була. Юлиә райондаштарын да бүләк отош уйында әүҙемерәк ҡатнашырға саҡыра!

Розалия ИСҠУЖИНА.
Читайте нас: