Мораҙым
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Гәзиткә яҙыл да, бүләк от

Район гәзитенә яҙылыусылар араһында үткән сираттағыуйында барлығы 186 квитанция уйнатылды, уларҙың 37-һе “Мораҙым”ды яҙҙырыусыларбулһа, 149-ы “Кугарчинские вести” гәзитен алдырыусылар ине.

Район гәзитенә яҙылыусылар араһында үткән сираттағы уйында барлығы 186 квитанция уйнатылды, уларҙың 37-һе “Мораҙым”ды яҙҙырыусылар булһа, 149-ы “Кугарчинские вести” гәзитен алдырыусылар ине.
Шулай итеп, был аҙнала Күгәрсен ауылынан Ринат Ваһапов (салат һауыттары), Ҡалдарҙан Әлмира Мөхәмәтова (сынаяҡтар) һәм Мораҡтан М.Юскаева (стакандар) иң даланлылары тип танылды. “Кугарчинские вести” гәзитен алдырыусылар араһында Игебайҙан Фәниә Хөсәйенова, Таңһылыу Аҙнабаева һәм Земфира Харисова (икеһе лә “Водоканал+Сервис” йәмғиәтенән) шундай уҡ бүләктәргә лайыҡ булдылар. Еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ һәм редакцияла көтөп ҡалабыҙ (үҙең менән паспорт, социаль номер һәм страховка танытмаһын алып килергә).

Ҡалғандарҙың иһә хәтеренә төшөрәбеҙ: “районка”ларға ярты йыллыҡҡа яҙылып, квитанция күсермәһен беҙгә алып килгән һәр кем бүләк отоу мөмкинлегенә эйә.
Читайте нас: