- Минең менән күптәр килешер: Күгәрсен ере хаҡында башҡа бер гәзит-журналда ла шул тиклем күп, ҡыҙыҡ һәм файҙалы мәғлүмәт табып булмай. Яңылыҡтар, яҡташтарыбыҙҙың хеҙмәт ҡаҙаныштары, райондың теге йәки был өлкәһендәге хәлдәр хаҡында журналистарыбыҙ аҙна һайын хәбәр итеп тора. Гәзиттең тышҡы йөҙө лә сағыу, йома һанының күп битле булыуы иһә уның бәҫен тағы ла нығыраҡ күтәрә.