Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
МАТБУҒАТҠА ЯҘЫЛЫУ
6 Апрель 2018, 19:01

Гәзиткә яҙылыу башланды

2018 йылдың икенсе ярты йыллығына матбуғатҡа яҙылыу кампанияһы старт алды. 1 апрелдән июнь аҙағына тиклем райондың бөтә почта бүлексәләрендә үҙегеҙ яратҡан гәзит-журналдарға яҙыла алаһығыҙ. Рәсәй почтаһы “Изгелек ағасы” мәрхәмәтлек акцияһын дауам итә. Уның сиктәрендә теләге булған һәр кем Йомағужалағы социаль приют йәки балалар йортона, Подгорныйҙағы ҡарттар йортона, шулай уҡ етеш йәшәмәгән күп балалы ғаиләләргә, тармаҡ ветерандарына гәзит-журнал яҙҙыра ала.

2018 йылдың икенсе ярты йыллығына матбуғатҡа яҙылыу кампанияһы старт алды.

1 апрелдән июнь аҙағына тиклем райондың бөтә почта бүлексәләрендә үҙегеҙ яратҡан гәзит-журналдарға яҙыла алаһығыҙ.

Рәсәй почтаһы “Изгелек ағасы” мәрхәмәтлек акцияһын дауам итә. Уның сиктәрендә теләге булған һәр кем Йомағужалағы социаль приют йәки балалар йортона, Подгорныйҙағы ҡарттар йортона, шулай уҡ етеш йәшәмәгән күп балалы ғаиләләргә, тармаҡ ветерандарына гәзит-журнал яҙҙыра ала.

***

Күгәрсен мәғлүмәт үҙәге ғәҙәттәгесә “Кугарчинские вести” һәм “Мораҙым” гәзиттәренә алтернатив юл менән яҙылыу тәҡдим итә. Редакциянан үҙегеҙ килеп алған осраҡта ярты йыллыҡҡа яҙылыу хаҡы 552 һум буласаҡ. Корпоратив, йәғни коллектив менән (Мораҡта урынлашҡан ойошма, предприятие, учреждениелар өсөн) яҙылыу ҙа ошо хаҡҡа төшәсәк.

Кемдәргә баҫманың PDF-версияһын уҡырға уңайлы, улар подписканың электрон вариантын һайлай ала.

Беҙҙең менән бергә ҡалығыҙ!

Читайте нас: