Республикала сираттағы яҙылыу кампанияһы башланды
1 апрелдән июнь аҙағына тиклем респуликаның бөтә почта бүлексәләрендә икенсе ярты йыллыҡҡа матбуғат баҫмаларына яҙылыу кампанияһы уҙғарыла. Ошо хаҡта Федераль почта хеҙмәтенең Башҡортостан идаралығы хәтергә төшөрә. Шулай уҡ ысынбарлыҡ режимында podpiska.pochta.ru сайтында яҙылырға мөмкин.
ӨФӨ, 2018 йыл, 2 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. 1 апрелдән июнь аҙағына тиклем респуликаның бөтә почта бүлексәләрендә икенсе ярты йыллыҡҡа матбуғат баҫмаларына яҙылыу кампанияһы уҙғарыла. Ошо хаҡта Федераль почта хеҙмәтенең Башҡортостан идаралығы хәтергә төшөрә. Шулай уҡ ысынбарлыҡ режимында podpiska.pochta.ru сайтында яҙылырға мөмкин. Ваҡытлы матбуғатты илтеп биреү хаҡы, магистраль ташыу һәм яҙылыу тарифтары ла арттырылмай. Рәсәй Элемтә һәм киң коммуникациялар министрлығы ҡарамағындағы Төбәк матбуғат киң мәғлүмәт саралары буйынса эксперт совет исемлеге баҫмаларына 20-25 процент ташлама бирелә. http://www.bashinform.ru/news/1136965-v-bashkirii-nachinaetsya-ocherednaya-podpisnaya-kompaniya/