БР Федераль почта хеҙмәте идаралығы ҡала һәм район баҫмаларына 2018 йылдың тәүге ярты йыллығына яҙылыу ваҡытын 15 ғинуарға тиклем оҙайтты. Быға тиклем теге йәки был сәбәп арҡаһында “районка”ға яҙылып өлгөрмәгәнһегеҙ икән – почта бүлексәһенә йәки хат ташыусыларға мөржәғәт итегеҙ. Шулай уҡ редакцияға килеп яҙылһағыҙ ҙа була.