Мораҙым
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МАТБУҒАТҠА ЯҘЫЛЫУ
27 Декабрь 2017, 14:36

Бүләкле лә, гәзитле лә булдылар

Яңы йылды ҡаршыларға һанаулы ғына көндәр ҡалғанда, Күгәрсен мәғлүмәт үҙәге йәнә үҙенең уҡыусыларын бүләктәр менән һөйөндөрҙө – 2018 йылдың тәүге ярты йыллығына йәки бер йылға “районка”ларға яҙылғандар араһында автомобиль кәрәк-яраҡтары уйнатты.

“Бәхетле авто” акцияһында “Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто тарафынан бирелгән бүләктәрҙе уйнатырға Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу ҙа килгәйне.

Редакцияға килеп, акцияла шәхсән ҡатнашҡан халыҡ алдында лототрондан иң даланлы квитанцияларҙы Софья менән Костя исемле бәләкәстәр тартып сығарҙы. Әйткәндәй, барлығы 670 квитанция ебәрелеп, шуларҙың 298-е “Мораҙым”дыҡылар булды.

Беҙҙең гәзиткә яҙылыусылар араһынан “SMART” компрессорын Светлана Әминева (Мораҡ ауылы), “Ҡышҡы ярҙам” автомобилист йыйылмаһын Фәниә Сафина (Мораҡ), “Tornadо” компрессорын Рәхимә Сәмиғуллина (Үрге Мөрсәләй) һәм “Turbo” компрессорын Тәслимә Хисамова (Үрге Бикҡужа) отто. Ошондай уҡ приздар “Кугарчинские вести” уҡыусылары Гөләмзә Сафинаға, Екатерина Тарасоваға, Л.Әбдрәхимоваға, Ләлә Кинйәбаваға насип булды.

Еңеүселәрҙең барыһын да ҡотлайбыҙ һәм редакцияла көтөп ҡалабыҙ.

Гөлназ СӘЙЕТБАТТАЛОВА.
Читайте нас: