Һеҙҙән – яҙылыу, беҙҙән – бүләк!
Гәзиттәргә яҙылыу кампанияһы тамамланыуға ла һанаулы ғына көндәр ҡалып килә. Был аҙнала киләһе ярты йыллыҡҡа йәки бер йылға “районка”ларға яҙылып, квитанцияларын беҙгә ебәргән 500-ҙән артыҡ кеше бүләк отоу мөмкинлеген ҡулдан ысҡындырмаҫҡа тырышып, үҙ бәхетен һынап ҡараны, шуларҙың 205-е “Мораҙым” гәзите уҡыусыларыныҡы ине.
Был аҙнала иң даланлылары – Ерекленән Рәйхана Әмирханова (сынаяҡтар), район прокуратураһы (салат һауыттары) һәм Мораҡтан Ғәлиә Буранбаева (сәйнүк) булды.
Ошондай уҡ бүләктәр “Кугарчинские вести” гәзитенә яҙылыусылар араһында ла уйнатылды. Уларҙың бүләктәре Мораҡта йәшәүсе Фәүзиә Йәғәфәроваға, Александр Гусевҡа һәм Йомағужана Ләлә Рәхимғоловаға насип булды.
Бүләк отоусыларҙы ҡотлайбыҙ һәм редакцияла көтөп ҡалабыҙ (үҙең менән паспорт, социаль номер һәм страховка танытмаһын алып килергә.
Ҡалғандарҙың иһә хәтеренә төшөрәбеҙ: “районка”ларға ярты йәки бер йыллыҡҡа яҙылып, квитанция күсермәһен беҙгә алып килгән һәр кем бүләк отоу мөмкинлегенә эйә. Кемдәр яҙылмаған йәки яҙылып та квитанцияһын беҙгә ебәрмәгән, уларҙы ашығырға саҡырабыҙ, бәлки көнкүрештә бик кәрәкле әйберҙәр һәм “Бәхетле авто” акцияһында уйнатыласаҡ автомобиль кәрәк-яраҡтары нәҡ һеҙҙе көтәлер.
Киләһе сара 19 декабрҙә иртәнге 11-ҙә уҙғарыласаҡ.
Һеҙҙән – яҙылыу, беҙҙән – бүләк, ситтә тороп ҡалмағыҙ!