Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
МАТБУҒАТҠА ЯҘЫЛЫУ
20 Ноябрь 2017, 16:41

"Аҙна һайын - бүләк!" акцияһы старт алды

"Аҙна һайын - бүләк!" акцияһы старт алды

Күгәрсен мәғлүмәт үҙәге йыл да “районка”ларға ярты йыллыҡҡа, йәки бер йылға яҙылыусылар араһында бүләктәр уйната, был хаҡта гәзит уҡыусыларыбыҙ яҡшы белә. Ҡыуаныслы яңылыҡ: “Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы тарафынан бирелгән приздар һаны быйыл тағы ла күберәк, тимәк, гәзитле лә, бүләкле лә булыу ихтималлығы тағы ла юғарыраҡ.
Шишәмбе көндө тәүге бүләк эйәләре билдәле булды ла инде. Бына улар: Мораҡтан Мәүлиҙә Иҙрисова (кувшин менән стакандар), Юлдыбаева Гөлшат (салат һауыттары), Сапыҡтан Тәһилә Ибраһимова (сәйнүк). Ошондай уҡ бүләктәргә “Кугарчинские вести” гәзитенә яҙылыусы Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Садиҡ Фәтҡуллин, Миләүшә Мозафарова, В.Аблицов лайыҡ булды. Улар редакцияға ебәрелгән 370 квитанция араһынан (шуларҙың 152-һе - башҡорт гәзитенә яҙылыусыларҙыҡы) осраҡлы һайлап алыу ысулы менән билдәләнде.
Уларҙы ҡотлайбыҙ һәм редакцияла көтөп ҡалабыҙ (үҙең менән паспорт, социаль номер һәм страховка танытмаһын алып килергә).
Әйткәндәй, даланлылар рәтенә ингән Садиҡ Сәлмән улына - 92, Тәһилә инәйгә – 82 йәш! Өлкән йәштә лә матбуғаттан айырылмаған инәй менән бабайға “афарин” тимәй түҙә алмайбыҙ!
Ҡалғандарҙы иһә уларҙан өлгө алырға, матбуғаттан айырылмаҫҡа һәм, әлбиттә, бүләктәр уйнатыуҙа ҡатнашырға саҡырабыҙ.
Киләһе бүләк уйнатыу 21 ноябрҙә иртәнге сәғәт 11-ҙә була.
Гөлназ СӘЙЕТБАТТАЛОВА.
Читайте нас: