Мораҙым
+13 °С
Облачно
МӘҘӘНИӘТ
5 Июня , 05:00

Илатҡан да, йыуатҡан да театр!

Быйыл районыбыҙҙың "Наҙлыйылға” халыҡ театрына 50 йыл, шулай уҡ Күгәрсен районында театр түңәрәге барлыҡҡа килеүгә 90 йыл тулды. 

Илатҡан да, йыуатҡан да театр!Илатҡан да, йыуатҡан да театр!
Илатҡан да, йыуатҡан да театр!

1976 йылда бер төркөм һәүәҫкәр артистар “Әсәйемдең аҡ күлдәге” спектаклен сәхнәләштереп, театрға “халыҡ театры” исемен яулауҙа ҡатнаша. Улар Өфө ҡалаһына барып, Башҡортостандың үҙәк телестудияһында сығыш яһай.

Театрға "халыҡ" исемен яулаған артистарҙың береһе - хеҙмәт ветераны Вәлиулла ағай Нурмөхәмәтовтан үҙенең хәтирәләре менән уртаҡлашыуын һораныҡ.

Ул бик теләп хәтирәләрен барланы:

 "Театрыбыҙға “халыҡ театры” исемен яулаған ваҡыттар бөгөнгөләй иҫтә. 1976 йылдың 26 октябрендә “Уралец” автобусында (консерва банкаһына оҡшап торған өсөн уны халыҡ телендә “консерва банкаһы” тип йөрөттөләр, ел өрһә дер һелкенә ине) Өфөгә телеүҙәккә барҙыҡ. Иң йәш артисыбыҙ – Фәриҙә Рафиҡованың һеңлеһе Фәниәгә ул ваҡытта 9 ғына йәш ине. “Күгәрсен районының халыҡ театры” исемен алып ҡайтып килгәндә Толбазыны үткәс, беренсе ҡар яуа башланы. Беҙ, ҡыҙыҡ күреп, ҡола яланда автобусты туҡтатып тышҡа сыҡһаҡ, шул тиклем көслө ел. Беҙҙең режиссер Вәсим Әхмәт улының эшләпәһен ел баҫыу буйлап осороп алып китте, баҫтырып тота алманыҡ. Ни хәл итәһең, автобуста ла һыуыҡ, Вәсим Әхмәт улына парик кейҙерергә мәжбүр булдыҡ.

  Дәртләнеп эшләнек беҙ ул ваҡыттарҙа. Район мәҙәниәт йортонан башҡа Юлдыбай, Яҡшембәт, Бикбулат, Әлмәс, Яңауыл, Ибрай ауылдарында төрлө спектаклдәр ҡуя торғайныҡ. Театрҙа 5 йыл самаһы уйнаған осорҙа ҡыҙыҡлы хәлдәр ҙә бик күп булды.

 Клубтар ҡыш көндәре йылытылмағас, тамашасылар сығыштарыбыҙҙы өҫ кейемдәрен сисмәй ҡарап ултыра торғайны. Улар ярай  кейенеп ултыралар, ә беҙ, актерҙар, күлдәксән йә пинжәктә генә сығыш яһай инек.

 Беҙгә бик күп спектаклдәрҙе сәхнәләштереп, районыбыҙҙың күп ауылдары тамашасыларын ҡыуандырырға насип булды. Район мәҙәниәт йортонан тыш, Юлдыбай, Яҡшембәт, Бикбулат, Әлмәс, Яңауыл, Ибрай һәм башҡа ауылдарҙа сығыш яһаныҡ.

Клуб шығырым тулы халыҡ... Спектаклдәрҙе ҡарағандан һуң аяғүрә баҫып, алҡыштарға күмеп, тағы ла килеүебеҙҙе һорап ҡала торғайнылар.

Театрҙа 5 йыл самаһы уйнаған осорҙа төрлө ҡыҙыҡ хәлдәр ҙә күп булды. Шуларҙың береһе – Яңауылға барып, “Тиле йәшлек” спектаклен ҡуйғандағы хәл һаман да хәтерҙән сыҡмай. Райондың мәҙәни-ағартыу эштәре етәксеһе булып эшләгән Ғәли Ғөбәй улы Ваһапов “Исем” совхозы етәксеһе менән һөйләшеп, “ГАЗ - 53” автомашинаһын һорап алған һәм ул беҙҙең театр төркөмөн Мораҡтан килеп алып, Яңауыл клубына алып барғандан һуң кире Мораҡҡа алып килергә тейеш ине.

 Машина килеп туҡтағас, беҙ тиҙ генә декорацияларҙы тейәп, күтәренке күңел менән йырлаша-йырлаша Яңауыл клубына барып еттек. Беҙ килгән ваҡытта уҡ клубта тамашасылар туп-тулы ине. Күптәре беҙгә декорацияларҙы ташышып, урынлаштырырға ярҙам итте. 

 Беҙҙең режиссерыбыҙ Наилә Ҡолшәрипова темаһы буйынса халыҡ күңеленә яҡын булған спектаклдәрҙе сәхнәләштерә торғайны. Был юлы ла спектаклебеҙҙе яратып ҡаранылар. Халыҡ күп булғас, үҙебеҙ ҙә дәртләнеп уйнаныҡ. Халыҡ дәррәү ҡул сабып, рәхмәттәр әйтеп, йышыраҡ килеп йөрөргә саҡырҙы.

 Клуб мөдиренең дә күңеле булып, алдан әҙерләнгән табын артына саҡырҙы. Бер аҙ һалҡын клубтан һуң сәй эсеп йылынып алыуҙан береһе лә баш тартманы, әммә водитель Нариман ағай ғына “миңә иртә менән эшкә барырға кәрәк” тип, беҙгә бер аҙ асыуын белдереп, ҡайтырға ашыҡтырҙы.

 Һыйланып алғас, ҡайтырға сыҡтыҡ. Бер аҙ барғас, Нариман ағай Сәлих ауылы эргәһендә машинаһын туҡтатты ла, барыбыҙҙы ла төшөрөп, “Мораҡҡа ҡайтып етергә бензиным етмәй, хәҙер Исемгә барып заправить итеп киләм” тип боролоп китеп тә барҙы.

 Беҙ көтәбеҙ-көтәбеҙ, ул һаман да юҡ, аптырағас, ара-тирә үткән машиналарға ҡул күтәреп ҡарайбыҙ, тик береһе лә туҡтамай. Берәйһенә хәбәр итергә хәҙерге кеүек кеҫә телефондары юҡ, шуға күрә кәңәшләштек тә, төн уртаһында Мораҡҡа йәйәү ҡайтырға сыҡтыҡ. 

Төшөнкөлөккә бирелмәҫ өсөн төрлө мәҙәк хәлдәрҙе һөйләшеп, бейей-бейей, дәртле йырҙар йырлашып, таң атҡанда Ҡанаҡас ауылына килеп еттек.

 Арыған кешеләргә 5 саҡрым самаһы ара бик күп булып тойолдо, уны үткәнсе хәлдәр бөттө, тауыш-тын сығарған кеше лә ҡалманы. Иртәнге 6-лар тирәһендә Мораҡ осондағы һөт заводы  тирәһенә килеп еттек.

 Таң әтәстәре ҡысҡыра ине инде. Беҙгә киренән хәл инеп киткәндәй булды, Мораҡҡа дәррәү генә атлап инеп, өйҙәребеҙгә таралыштыҡ. Өйгә ҡайтып ингәндә иртәнге ете булғайны ине инде.

 Баштан үткән хәлдәрҙе иҫкә төшөрөп, тиле йәшлеккә кире ҡайтҡандай булып, үткән тормошобоҙҙо байҡап, дәртләнеп ҡайттыҡ юбилей сараһынан. Театрыбыҙҙың уҙғандары матур, иҫтәлекле, киләсәге лә яҡты булһын!"

 

Автор:Гульназ Саитбатталова
Читайте нас