

Ләйсән Мирхәт ҡыҙының тамырҙары Тәүәкән ауылына барып тоташа. Ул тырыш, һәр яҡлап оҫта Әбдрәхимовтар нәҫеленән.
Атаһы менән әсәһе Башҡорт дәүләт педагогия институтының художестволы графика факультетында уҡыған ваҡытында, студенттар ғаиләһендә донъя килә. Беренсе класты ул Мораҡ урта мәктәбендә уҡый. Артабан Волостновка мәктәбендә белем ала.
- Сәнғәткә һөйөү ҡарында сағымдан уҡ яралғандыр, - ти Ләйсән.
Үҙен белә- белгәндән алып һүрәт төшөрөргә ярата ул.
Портреттар төшөрөү менән ҡыҙ 6-сы класта уҡығанда мауыға башлай. Тәүге портреттары бала саҡта яратып ҡараған һинд фильмдары актерҙарына, актрисаларына арнала.
Бала саҡтағы мауығыуы ҡыҙҙы яйлап рәссамлыҡҡа алып килә, теүәл 20 йылдан, ата-әсәһе тамамлаған Башҡорт дәүләт педагогия университетының художество-графика бүлегенә алып килә. Уға тиклем педагогия училищеһында белем ала. Уҡыу йортон тамамлағас, дизайнер булып китергә лә мөмкинлеге булһа ла, Ләйсән һынлы сәнғәтте һайлай.
Был уның - икенсе шәхси күргәҙмәһе (был хаҡта ентекләберәк гәзитебеҙҙең киләһе һанында уҡырһығыҙ). Сарала Ләйсәндең ата-әсәһе, туғандары, тормош иптәше Илдус һәм ҡыҙы Йондоҙ ҡатнашты.
Әйткәндәй, тыуған яҡты өйрәнеү музейындағы күргәҙмә 20 майға тиклем дауам итә. Талантлы яҡташыбыҙҙың иҫ киткес картиналары менән һеҙ ҙә таныша алаһығыҙ.