Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
11 Март , 16:30

Тормош ҡото, йәме – ҡатын-ҡыҙ

 “Һөйөү моңдары” тип аталған матур тамаша ваҡытында зал шығырым тулы булды.

Тормош ҡото, йәме – ҡатын-ҡыҙ
Тормош ҡото, йәме – ҡатын-ҡыҙ

Яҡындарына бүләк алып өлгөрмәгәндәр фойела ойошторолған күргәҙмәлә күңелдәренә ятҡан ҡул эштәрен һайлап алып, үҙҙәрен бер мәшәҡәттән ҡотҡарҙы. Әйткәндәй, был күргәҙмәләр - Наилә Дзюбоның мәрйендәрҙән эшләгән ҡумта-сумкалары, Нилә Сафинаның милли биҙәктәр төшөргән футболкалары, Рәмилә Сафинаның һабындан эшләгән күҙҙең яуын алырлыҡ гөлләмәләре, Гөлназ Сәйетбатталованың милли биҙәүестәре, Зөлфиә Илмөхәмәтованың үҙе теккән шапкалары, Зәлиә Сәйфуллинаның телде йоторлоҡ бауырһаҡ, сәк-сәге ҡатын-ҡыҙҙарҙың оҫта ҡуллы, матурлыҡ өләшеүсе зат икәнлеген йәнә бер ҡат иҫбатланы.

 Артабан Руслан Наил улы күмәк балалы әсә исемен ғорур йөрөткән һәм аҡыллы ул-ҡыҙҙар үҫтергән әсәләргә рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе һәм балаларын лайыҡлы тәрбиәләүҙәге, ғаилә ҡиммәттәрен нығытыуҙағы һәм әсәлектең социаль әһәмиәтен арттырыуҙағы ҡаҙаныштары өсөн “Әсәлек даны” миҙалын тапшырҙы.

 Әйткәндәй, миҙалға лайыҡ булыусыларҙың өсәүһе лә бишәр балалы әсә: Мораҡ ауылынан Земфира Йыһангир ҡыҙы Хәсәнова тормош иптәше Рәүф менән Илнара, Илназ, Илһам, Айҙар һәм Ләйсән исемле ул-ҡыҙҙарға ғүмер биргән; Гүзәл Иҙелбәк ҡыҙы Миңлебаева менән уның ире Ирек Илмир, Радмир, Раниль, Радлина, Әминә исемле балалар үҫтерә; Дауыт-Ҡайыптан Әлфиә Арыҫлан ҡыҙы Ҡарабаева менән уның ире Өлфәт Лиана, Әлфинә, Альбина, Рания һәм Ислам исемле ул-ҡыҙҙар тәрбиәләй.

 Мәҡсүт ауыл биләмәһенән Рәилә Алек ҡыҙы Салдайкина Иртөбәк ауыл биләмәһенән Мария Николаевна Мехова Мораҡтан Нурзәлиә Миңлехан ҡыҙы Мырҙабулатова, Теләүембәт ауыл биләмәһенән Рабиға Ҡазыхан ҡыҙы Иҙрисова балаларын лайыҡлы тәрбиәләгәндәре, ғаилә ҡимәттәрен һаҡлағандары өсөн район хакимиәтенең рәхмәт хаттарына лайыҡ булды.  

Автор: Гульназ Саитбатталова
Читайте нас