Мораҙым
-12 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
17 Февраль , 09:25

Һай, үҙебеҙҙекеләр!

 Рамина Байҡара... Ижад донъяһында балҡыған Күгәрсен ҡыҙының ижади псевдонимы ул. Тәүәкән ауылында тыуып үҫкән Ләйсән Әбдрәхимова хаҡында "Алма ағасынан алыҫ төшмәй" тип әйтергә була. Уның атаһы Мирхәт ағай Әбдрәхимовты алтын ҡуллы, “ағас ене” ҡағылған уҙаман тип беләбеҙ. Уның ҡулдары тыуҙырған, күҙҙең яуын алырлыҡ ҡул эштәре - ағастан эшләнелгән төрлө һындар, һауыттар һ.б. күп күргәҙмәләрҙе йәмләй. 

Һай, үҙебеҙҙекеләр!
Һай, үҙебеҙҙекеләр!

Ошо көндәрҙә  Башҡортостан Милли китапханаһы филиалы урынлашҡан боронғо сәүҙәгәр Чижов йортонда Ләйсән Мирхәт ҡыҙының шәхси күргәҙмәһе ойошторолдо. Райондашыбыҙ Сәлимә Байгилдина был күргәҙмәне үҙ күҙҙәре менән барып күргәндән һәм Ләйсән менән аралашҡандан һуң, үҙ тәьҫораттары менән уртаҡлаша. Әйткәндәй, фотоларҙың авторы ла - Сәлимә Байгилдина.

Күңелендә йөрөткән бала саҡ хыялын тормошҡа ашырған кеше менән яҡындан осрашып танышыу үҙе бер күңел байрамы ул! Булмышы менән ундайҙар күңелгә ҡанат ҡуя, илһам өҫтәй. Ана шундай яҡташым менән осрашырға насип булды миңә Өфөлә. Беләһегеҙме, тәүҙә мин уның шәхси күргәҙмәгә ҡуйылған бер нисә портретын аралашыу сайтында күрҙем... һәм ғашиҡ булдым. Таныш йөҙҙәр, ауылдаштар... Мотлаҡ күргәҙмәгә барырға, осрашырға тигән уй тыуҙы күңелдә. Был уйым мине Башҡортостан Милли китапханаһы филиалы урынлашҡан боронғо сәүҙәгәр Чижов йортона алып килде.

  "Ләйсән Мирхәт ҡыҙы, тип таныштырҙы үҙе менән мөләйем ҡыҙ. Уртаҡ темалар, ауыл, ауылдаштар - ҡыҫҡа ваҡыт эсендә беҙҙең әңгәмә шишмәләй үҙ юлы менән гөрләп аҡты.

 Әңгәмәсем Тәүәкән ауылының тырыш, һәр яҡлап оҫта кешеләре менән дан тотҡан Әбдрәхимовтар нәҫеленән. Ауылыбыҙҙың эшһөйәр кешеләре - Минзифа һәм Әсҡәт Әбдрәхимовтарҙың ейәнсәре, өлкән улдары Мирхәттең ҡыҙы булып сыҡты. Бик ижади ғаилә.

 Әсҡәт бабай ағас эшенә маһир ине, ә Минизифа инәй йырға-моңға ғашиҡ кеше булды. Һикһән йәшенә еткәнсе фольклор төркөм менән сәхнәнән төшмәне. Минзифа инәйҙең ейәнсәренең күргәҙмәһендәге милли кейемдәге  портреты әллә ҡайҙан бер йылылыҡ менән үҙенә әйҙәп тора.

- Атайым менән әсәйем Башҡорт дәүләт педагогия институтының 5-се курсында уҡығанда доъяға килгәнмен. Сәнғәткә һөйөү ҡарында сағымдан уҡ яралғандыр, - тип башланы әңгәмәне Ләйсән Мирхәт ҡыҙы. - Үҙемде белгәндән алып һүрәт төшөрөргә яратам. Атай-әсәйем дә сәнғәт кешеләре булғас, беҙҙең өйҙә төрлө рәссамдарҙың һүрәттәре күп булды, уларҙы иҫем китеп ҡарай инем. Шул осорҙа уҡ матурлыҡты күреп, тойоп, һоҡланып үҫтем.

 Ә портреттар төшөрөү менән Ләйсән 6-сы класта уҡығанда мауыға башлай. Ул саҡта махсус белеме булмаһа ла, төҫтәрҙе тоя, дөрөҫ ҡуллана. Тәүге портреттары бала саҡта яратып ҡараған һинд фильмдары актерҙарына, актрисаларына арнала.

 Бала саҡтағы мауығыуы ҡыҙҙы яйлап рәссамлыҡҡа алып килә, теүәл 20 йылдан, ата-әсәһе тамамлаған Башҡорт дәүләт педагогия университетының художество-графика бүлегенә алып килә. Уға тиклем педагогия училищеһында белем ала. Уҡыу йортон тамамлағас, дизайнер булып китергә лә мөмкинлеге булһа ла, Ләйсән һынлы сәнғәтте һайлай. Әлеге шәхси күргәҙмәһендә утыҙлап ижади эше ҡуйылған. Ә портреттар һаны иллегә етә. Рәссам портреттарға өҫтөнлөк бирһә лә, натюрморт, пейзаждарҙы ла үҙ итә.

 Хәҙерге заманда һәр төрлө фотолар төшөргә мөмкинселек булғанда, портреттар бик кәрәк түгел дә һымаҡ. Әммә күргәҙмәлә картинанан картинаға күсеп, таныш һәм таныш булмаған йөҙҙәрҙе ҡарап сыҡҡас, бындай уй шунда уҡ юҡҡа сыҡты.

 Картиналарҙа образдар ғына түгел, уларҙың эске донъяһы, холҡо, кәйефе бик уңышлы сағылдырылған. Яҡындарын төшөргәндә Ләйсән ижадының төп темаһы –ырыу тарихын, быуындар бәйләнешен күҙ уңынан ысҡындырмай, уларҙы бер сылбырға уңышлы төйнәп нәҫел тарихын “һөйләй”.

 Рәссамдың ижади исеме – Рамина Байҡара. Рамина ғәрәпсәнән тәржемә иткәндә “уҡсы ҡыҙ” мәғәнәһен аңлатһа, Байҡара – Тәүәкән ауылының данлы Әбдрәхимовтар нәҫеленә нигеҙ һалыусы, ырыу башы.   Һәр күргәҙмә тәжрибә туплау, хаталар өҫтөндә эшләү, киләсәккә табан оло аҙым ул. Ижад ҡомары һүнмәһен, яңынан-яңы күргәҙмәләрҙә осрашырға яҙһын, тип теләйһе килә Байҡара вариҫы Ләйсәнгә!"

 

Автор: Гульназ Саитбатталова
Читайте нас