“Әсә һөйөүенең тылсымы...” Әсәйҙәр көнө алдынан район мәҙәниәт һарайында уҙған матур, йөкмәткеле кисә нәҡ шулай аталды. Үҙҙәренә арналған сараға гүзәл заттар йылдағыса дәррәү килде. Залда алма төшөрлөк урын да булманы, тип әйтһәк тә дөрөҫ булыр - зал туп-тулы булды.
Кисә башланыр алдынан Күгәрсен районының Эске эштәр бүлеге хеҙмәткәрҙәре оло йәштәгеләрҙе телефон аша мутлашыусыларҙан һаҡланыу ҡағиҙәләренә өйрәтте, тамашасылар райондың оҫта ҡуллы ҡатын-ҡыҙҙары әҙерләгән күргәҙмәләрҙе ҡараны, теләге булғандар милли орнаменттар төшөрөлгән футболкалар, этнобиҙәүестәр, һабындан эшләгән гөлләмәләр һатып алды.
Концерт йөкмәткеле, бик матур булды.