Мораҙым
-12 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
1 Декабрь 2025, 15:05

Өр-яңы йыр!

Махсус хәрби операция биләмәһе яугиры - Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Фларид Бирғәлиндан өр-яңы йыр!

Өр-яңы йыр!
Өр-яңы йыр!

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, Махсус хәрби операция биләмәһендә ижади фронт бригадаһында хеҙмәт иткән Фларид Бирғәлиндан өр-яңы йыр!

Суҡтурғайҙар

Айгөл Айытҡолова һүҙҙәре, Сәмиғулла Лоҡманов көйө


Шаран асыҡ күңел һымаҡ был көҙ,
Сымылдыҡ та уңған, юҡ ҡорған.
Ояртыла үҫкән алмағаста
Суҡтурғайҙар, күрсе, туй ҡорған.

Сыр-сыу килә (байрам!), бер һағыш юҡ,
Ҡош баҙары тынмай баҡсала.
Һорғолт ҡына донъя йәме икән
Шул ҡоштарға, йәнем, баҡһана.

Шул ҡоштарҙа бит ул көҙҙөң йәме,
Ҡыр ҡаҙҙарын кисә оҙаттыҡ.
Асыҡ ҡалһын ҡапҡа, ситкә ҡуйсы
Тутыҡ баҫҡан ауыр йоҙаҡты.

Асыҡ ҡалһын, (ҡунаҡ көтә күңел)
Йоҙаҡ элмә, зинһар, ҡапҡаға.
...Суҡтурғайҙар туйы алмағаста,
Суҡтурғайҙар туйы баҡсала...

 

Автор: Айгөл Айытҡолова
Читайте нас