Мәҫәлән, бөгөнгө геройҙарыбыҙ - Зарема һәм Салауат Назарғоловтарҙы ла шундайҙар рәтенә ҡыйыу индерергә була.
Район үҙәгендә тыуып үҫкән Салауат Йомағол улының сәнғәткә булған ынтылышы кесе йәштән килә: Мораҡ 1-се урта мәктәбендә белем алған сағында уҡ район мәҙәниәт һарайының тынлы оркестрында шөғөлләнә һәм Мораҡ балалар сәнғәт мәктәбенең “Халыҡ уйын ҡоралдары” бүлегендә һәләтен үҫтерә.
Стәрлебаш районының Стәрлебаш ауылында тыуып үҫкән Зарема Наил ҡыҙы менән Күгәрсен егетен Салауат музыка училищеһы осраштыра: ҡыҙ “Халыҡ уйын ҡоралдары” бүлегенең аккардеон класында белем алһа, Салауат Йомағол улы шул уҡ бүлектә тубала уйнау серҙәрен үҙләштерә. Улар араһында тоҡанған саф һөйөү хистәре яҙғы ташҡындай көслө була: егет уҡыуын тамамлап, Растроповичтар исемендәге Ырымбур дәүләт сәнғәт институтына уҡырға ингәс, аҙға ғына ла айырылып тормаҫ өсөн, ҡыҙ ошо уҡ институт эргәһендәге сәнғәт колледжында күсеп, уҡыуын дауам итә.
Йәш саҡ – көс-дәрт ташып торған саҡ булғас, Салауат Йомағол улы уҡырға ла, эшләргә лә өлгөрә - Неплюев исемендәге кадет корпусындағы хәрби оркестрҙа тубала уйнай.
2001 йылда йәштәр гөрләтеп туй үткәрә. 2003 йылда иһә Мораҡ ауылына күсеп ҡайталар һәм шул мәлдән алып башкөлләй район мәҙәниәт тормошона сумалар.
Ғаилә башлығы З.Биишева исемендәге Мораҡ балалар сәнғәт мәктәбенең “Тынлы һәм һуҡма инструменттар” бүлегендә уҡыта. Уҡыусыларының һәләттәрен үҫтереү өсөн көсөн дә, ваҡытын да йәлләмәй ул, “Күңелле балалар” өлгөлө тынлы һәм һуҡма инструменттар балалар ансамблен ойоштора, уҡыусылары күп тапҡырҙар зона, төбәк, республика һәм бөтә Рәсәй конкурстары дипломанттары һәм лауреаттары була.
Юғары квалификация категориялы уҡытыусы күптән түгел район мәҙәниәт һарайы директоры вазифаһына тәғәйенләнгән, шулай ҙа яратҡан уҡыусыларын ташламай, ике эште лә берҙәй яуаплылыҡ менән алып бара. Яуаплылыҡ иһә хаттин ашҡан: үҙәкләштерелгән клуб системаһы 100-ҙән артыҡ кеше эшләгән 64 мәҙәниәт усағын, “Күгәрсен” телестудияһын һәм 32 китапхананы үҙ эсенә ала.
Әлеге көндә район мәҙәниәт һарайында филиалдар менән эштәрҙе ойоштороу буйынса методист булып эшләгән Зарема Наил ҡыҙы ла ике тиҫтә йыл самаһы Мораҡ балалар сәнғәт мәктәбендә тир түгә, шулай уҡ 5 йыл “Уралҡай” балалар баҡсаһында музыка етәксеһе була. Сәнғәт мәктәбендә ул “Халыҡ уйын ҡоралдары” бүлегенең аккардеон класында балаларға белем бирә. Үҙ һөнәрен, балаларҙы яратҡан музыканттың уҡыусылары Бөтә Рәсәй, республика конкурстарында йыш ҡына призлы урындар яулай.
Назарғоловтар үҙҙәре лә сәхнә күрке булып тора - сәнғәт мәктәбе уҡытыусыларының “Моңдаръя” халыҡ уйын ҡоралдары һәм “Миләш” халыҡ вокаль ансамблдәре составында йыш сығыш яһанылар. Уларҙың иң ҙур ғорурлығы иһә сәнғәт һәм мәҙәниәт юлынан киткән уҡыусылары.
Күркәм пар ике бала үҫтергән: урта мәктәпте “алтын миҙал”ға тамамлаған улдары Аяз Өфө дәүләт нефть техник университетында белем алып, әлеге көндә баш ҡалала эшләй, ҡыҙҙары Айһылыу Өфө художестволы сәнәғәт колледжында уҡыған, бөгөнгө көндә район мәҙәниәт һарайында фотограф-биҙәүсе булып эшләй. Аяз да, Айһылыу ҙа ата-әсәһе кеүек ижади кешеләр – береһе балалар сәнғәт мәктәбенең “Тынлы уйын ҡоралдары”, икенсеһе “Һынлы сәнғәт” бүлеген тамамлаған.
...Һүҙебеҙҙе хеҙмәт юлын мәҙәниәткә арнаған ғаилә парҙары һәм династия тип башлағайныҡ. Династия тип әйтеүебеҙ ҙә бушҡа түгел: Зарема һәм Салауат Назарғоловтар үҙҙәре лә мәҙәниәткә хеҙмәт итә, ҡыҙҙары Айһылыу ҙа ошо тармаҡта эш башлаған; Салауат Йомағол улының әсәһе Зәкиә апай ҙа байтаҡ йылдар мәҙәниәт тармағында – Күгәрсен тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейында намыҫ менән эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡан.
Үҙҙәре әйтеүенсә лә, ситтән күренеүенсә лә, Назарғоловтар үҙ эшен ихлас ярата. Тимәк, ижад юлын һайлап, һис яңылышмаған улар!
Гөлназ СӘЙЕТБАТТАЛОВА.
Фото ғаилә архивынан алынды.