Әйткәндәй, 45 йыллыҡ туй - сапфир туйы. Был хаҡта уларҙың ауылдаштары яҙа: “Сапфир ғәҙеллекте, тоғро йөрәкте символлаштыра торған матур һәм бик ҡаты таш. Ул ныҡлыҡ, зирәклек һәм тигеҙлек символы. Ошо сифаттар Рәшит Хәким улы менән Рәйлә Суфый ҡыҙы Рҫмөхәмәтовтарға оҙаҡ йылдар бергә татыу ғүмер итеү өсөн ярҙам иткәндер. Бөгөн улар 45-се йәйҙе бергә ҡаршылайҙар, донъя мәшәҡәттәренә бирешмәй, арыу-талыу белмәй, тыныс ҡына йәшәп яталар.
Улар икеһе лә хаҡлы ялда. Дүрт бала тәрбиәләп үҫтерҙеләр. Ҙур ҡыҙҙары Роза Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәшәй, Сергей кейәү менән өс ул тәрбиәләйҙәр.
Улдары Кәрим Гүзәл килен менән Ишембай ҡалаһында төпләнделәр, ике ҡыҙ, бер ул үҫтерәләр. Луиза Венер кейәү менән Тәүәкәндәләр, дүрт бала тәрбиәләйҙәр. Флүзә өс бала үҫтерә, ата-әсәһе менән донъя көтә. Әлеге ваҡытта Рәшит Хәким улы менән Рәйлә Суфый ҡыҙы 13 ейән-ейәнсәргә яҡшы олатай-өләсәй.
Улар күп итеп мал аҫырайҙар, ҡош-ҡорт тоталар. Рәшит абзый менән Рәйлә еңгә киң күңеллеләр, бөтә туғандары өсөн йән атып торалар”.
Һис һүҙһеҙ, тап ошондай ғаиләләр ауыл йәмен, ауыл ҡотон һаҡлай. Рәйлә апай менән Рәшит ағайҙы ғүмер байрамдары менән ихлас ҡотлайбыҙ һәм уларға оҙон ғүмер, ныҡлы һаулыҡ, шатлыҡ-ҡыуаныстар теләйбеҙ!