Иҫке алым менән уҡытҡан Ҡалдар имамдары-мөғәллимдәре һәм Хажиәхмәт Рәмиев араһында уҡыу-уҡытыу мәсьәләләһенә ҡарата ҡаршылыҡтар сығып, Хажиәхмәт Бесәнсегә килеп, ысулы жәдид буйынса дәрестәр бирә башлай. Мәҙрәсәгә яңы һулыш керә. Математика, рус һәм төрки-татар теленән, тарихтан дәрестәр бирә. Шәкерттәренә шәреҡ классикаһынан да ауыҙ иттерә. Ҡыйраәт (уҡыу дәрестәрендә) “Әлфе ләйлә вә ләйлә” (“Мең дә бер кисә”) һәм “Тутыйнамә”нән өҙөктәр уҡый. Уҡып ҡына ҡалмай, ә коррәи мөжәсәмдән (глобустан) әҫәр яҙылған илдәрҙе күрһәтә. Шәһит тә онотолоп китеп тыңлап ултырыусы шәкерттәр араһында.
Ул һәр фәнде яратып уҡый, мөғәллимгә әленән-әле һорауҙар бирә, күберәк белергә тырыша. Тырыш шәкерт булараҡ, остаздың ихтирамын ҡаҙана.
1907 йылда атаһы Әхмәтша вафат булғас, ун бер йәштә генә булһа ла, тормош ауырлығынан бөгөлөп төшмәй. Яҙмышына риза булып, йәйҙәрен байҙарға көтөү көтөп тамағын туйҙыра, ә ҡышын мәҙрәсәлә уҡыуын дауам итә. Ҡыҫҡа арала “Төрки теле сарыфын” үҙләштерә.
Остазы үҙе өсөн Ҡазандан “Дин вә әдәп”, ә Ырымбурҙан “Дин вә мәгыйшәт” журналдарын һәм “Ваҡыт” гәзитен алдыра икән. Үтә ҡыҙыҡһыныусан һәм тырыш уҡыусы булараҡ, Шәһиткә лә танышыр өсөн был баҫмаларҙы тәҡдим итә ул.
Ун өс йәшлек малай һаман төшөнә алмай: ниңә берәүҙәр байый, ә икенселәр бөлгәндән бөлә бара. Ишетеп белә: Петербургта ниндәйҙер йәшерен ойошмалар төҙөйҙәр, батша ғали йәнәптәренә тел-теш тейҙерәләр, төркөм-төркөм булып майҙандарға сығалар. Йыйылған халыҡ өҫтөнә листовкалар һибеп ебәрәләр икән. Ул әле ил эсендә барған ана шундай ваҡиғаларға яуап табырға тырыша.
Шәһит 1909 йылда үҙ ауылы мәҙрәсәһен уңышлы тамамлай һәм тәхсин яҙыуы менән шәһаҙәтнамә алып сыҡҡан берҙән -бер шәкерт була.
Мөғәллиме Хажиәхмәт тәҡдиме буйынса, белемен тағын да үҫтереү маҡсатында Ырымбурға юл тота. Аяҡта яңы сабата, өҫтөндә һырып тегелгән билле бишмәт, ә киндер ҡапсыҡта бер аҙналыҡ киптерелгән сохари. Ырымбур уны нисек ҡаршы алыр, унда ни көтә?...
(Дауамы бар).
Ниғмәтулла ВАҺАПОВ,
ветеран уҡытыусы.