Сара Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына, Ватанды һаҡлаусылар, Башҡортостан Республикаһында барған Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам йылына арналды. Конкурсты Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы булышлығында Башҡортостан Республикаһының “Ирҙәр ҡоро” төбәк йәмәғәт ойошмаһы ойошторған.
Конкурсҡа атайҙар һәм улдарҙан торған вокаль ансамблдәрҙән йөҙгә яҡын ғариза тапшырылған. Улар араһынан 16 ансамбль финалға сыҡҡан.
Конкурста кем еңеү яулаған тип уйлайһығыҙ? Әлбиттә, беҙҙекеләр! Беҙҙең районыбыҙҙың иң талантлы ғаиләләренең береһе - аталлы-уллы Илшат һәм Азамат Илмөхәмәтовтар Гран-приға лайыҡ булды! Улар “Шайморатов генерал” йырын башҡарҙы.
Үҙҙәренең таланттары, башҡарыу оҫталығы менән барыһын да хайран ҡалдырған аталы-уллы Илмөхәмәтовтарға ат бүләк иттеләр. Был бүләкте һәм еңеүсе дипломын РФ Дәүләт Думаһы депутаты, республика "Ирҙәр ҡоро" рәйесе Зариф Байғусҡаров һәм Көйөргәҙе районы Советы депутаты, крәҫтиән (фермер) хужалығы етәксеһе Дамир Хәйбуллин тапшырҙы.
Әйткәндәй, Илмөхәмәтовтарҙы районда белмәгән кеше юҡтыр. Зөлфиә менән Илшат бына инде күп йылдар район мәҙәниәт һарайында эшләй, ғаилә башлығы район мәҙәниәт һарайын етәкләһә, Зөлфиәне үҙенсәлекле, моңло тауышлы йырсы. Алма ағасынан төшмәй тигәндәре хаҡ – уларҙың күҙ ҡараһы кеүек ҡәҙерләп үҫтергән уландары ла ата-әсәһе кеүек моңло тауышҡа эйә.
Яҡташтарыбыҙҙы ихлас ҡотлайбыҙ, артабан да ижади үрҙәр, яңынан-яңы еңеүҙәр, уңыштар теләйбеҙ! Афарин!
Конкурстың башҡа еңеүселәре:
Беренсе урын - Айҙар һәм Илһам Исламовтар(Учалы районы). Икенсе урын - Басир һәм Заһит Сәфәрғәлиндар (Баймаҡ районы), Наил, Рәил һәм Рәмил Зариповтар Стәрлебаш районы) .
Өсөнсө урын Валерий менән Роман Костиндар (Мәләүез ҡалаһы), Рафаэль менән Тимерхан Ғәйнуллиндар (Салауат ҡалаһы). Еңеүселәргә ҡиммәтле бүләктәр тапшырылды, шулай уҡ ҡалған ҡатнашыусыларға ла махсус бүләктәр тапшырылды.
Тамашасы һөйөүе – Заһир һәм Басир Сәфәрғәлиндарҙа (Баймаҡ).