Ауылда ғына түгел, районда үткән күп сараларҙың уртаһында ҡайнаған мәҙәниәт эшсәндәренең береһе ул!
Резеда апай Ҡотлобаева 1964 йылда районыбыҙҙың иң матур ауылдарының береһе – Сапыҡта Хөмәйрә һәм Әхмәт Хөсәйеновтарҙың татыу ғаиләһендә алтынсы бала булып донъяға килгән. Бар ғүмерен намыҫлы хеҙмәткә арнаған ата менән әсә ишле ғаиләлә үҫкән ул-ҡыҙҙарын “һин шулай бул, һин былай бул” тип үҫтермәй, “эшләгәнең минең өсөн булһа, өйрәнгәнең үҙең өсөн” тип һәр береһенә иң тәү сиратта хеҙмәт тәрбиәһен бирә. Хөмәйрә инәй менән Әхмәт бабайҙың күркәм булмышы, йыр-бейеүгә оҫталығы балаларына ла бирелгән: улар мәктәптә уҡыған сағынан уҡ ауылда үткән мәҙәни сараларҙан ситтә ҡалмай, үҙҙәренең моңло тауышы, дәртле бейеүҙәре менән күптәрҙе һоҡландыра.
Геройыбыҙ ҙа 1972-1980 йылдарҙа Ҡаран 8 йыллыҡ, 1980-1982 йылдарҙа Исем урта мәктәптәрендә уҡыған сағында әүҙем уҡыусыларҙың береһе булып таныла. Тырыш пионер, аҙаҡ инде әүҙем комсомолка белем усаҡтарында уҙған мәҙәни һәм спорт сараларының береһенән дә ситтә ҡалмай, мәктәп хорының солисы була, район кимәлендә уҙған вокал конкурстарында күп тапҡырҙар еңеү яулай.
Әммә бәләкәйҙән йырларға-бейергә яратып, күптәр уны киләсәктә йырсы, сәхнә кешеһе булыр тип юраһа ла, Резеда апай мәҙәниәт өлкәһенә бер аҙ урауыраҡ юлдан килә...
***
Хеҙмәт юлын бик иртә – 18 йәшендә үк башлай Сапыҡ ҡыҙы. Тәүҙә Ауыл хужалығын производство-техник тәьмин итеү буйынса район-сәнәғәт берекмәһендә 4 йыл автопарк диспетчеры булып эшләй. 1986-1987 йылдарҙа иһә тыуған ауылында китапханасы вазифаһын атҡара. Тормош елдәре Владимир өлкәһенең Камешково ҡалаһына алып киткәс, унда ла эшһеҙ тормай, бәләкәйҙән ҡул эштәренә маһир ҡыҙ урындағы иләү-туҡыу фабрикаһында туҡыу машиналары операторы тигән яңы һөнәр үҙләштерә.
Кешене эсәр һыу, ейәр ризыҡ йөрөтә –яҡташыбыҙҙың да артабанғы яҙмышы тыуған ерендә булып сыға. 1990 йылда тыуған яғына күсеп ҡайтҡан Резеда Әхмәт ҡыҙы Гавриловка мәктәбендә башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эш башлай.
Һәр ваҡыт һөнәри яҡтан камиллашыуға ынтылған белгес булараҡ, үҙ өҫтөндә күп эшләй, ситтән тороп Бөрө дәүләт педагогия институтында белем ала һәм “Мәктәпкәсә белем биреү педагогикаһы һәм психологияһы уҡытыусыһы” тигән дипломға эйә була.
1993 йылдан уның яҙмышы Мәҡсүт ауылы менән бәйләнә. Ике тиҫтә йыл ошо ауылдағы “Айгөл” балалар баҡсаһын етәкләй.
Мәғариф өлкәһендәге тырыш хеҙмәте өсөн Резеда апай “Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ була.
Бар күңеле менән сәнғәт, мәҙәниәт өлкәһенә тартылған хеҙмәткәр балалар баҡсаһындағы эше менән бер рәттән Мәҡсүт ауылындағы мәҙәниәт усағында ла тир түгеп өлгөрә: 2008 йылдан бында художество етәксеһе вазифаһын атҡара. 2012 йылдан инде күп функциялы ауыл клубына тулыһынса эшкә күсә.Йәнә ике йылдан уға ҡамыттың тағы ла яуаплырағын – директор вазифаһын йөкмәтәләр.
Резеда Әхмәт ҡыҙы 2013 йылдан алып етәкләгән “Элегия” вокаль ансамбле хаҡында һөйләп үтмәү яҙыҡ булыр. Ансамблдә шөғөлләнеүсе һәүәҫкәрҙәрҙе йырға булған һөйөү, моңға ынтылыш берләштерә. Әйткәндәй, рус һәм башҡорт төркөмдәренән торған ансамблдең репертуарында төрлө милләт йырҙары бар. Бейеүсе бейей-бейей оҫтара, тигәндәй, һәүәҫкәр йырсыларҙың башҡарыу оҫталығы йылдан-йыл арта бара. Ҡайҙа ғына сығыш яһаһалар ҙа, тамашасылар уларҙы һәр ваҡыт шатланып ҡаршы ала, дәррәү алҡыштарға күмә.
Шуныһын да билдәләп үтеү фарыз: ансамбль яҡшы башҡарыу кимәле, концерт номерҙарының яңылығы, костюмдарҙың сағыулығы, ҙур йыр репертуары менән айырылып тора. Репертуарҙарында иһә уҙған быуаттың 70-80-се йылдарында бик популяр булған ретро йырҙар айырым урын биләй, башҡорт һәм рус халыҡ йырҙарын, таҡмаҡтарын да яратып башҡаралар.
***
Ауыл интеллигенцияһы элек-электән йәмәғәт эшенең уртаһында ҡайнай – Резеда Әхмәт ҡыҙы ла төп эше менән генә сикләнмәй һәм ауыл биләмәһендә уҙған бер мөһим саранан да ситтә ҡалмай. Мәҫәлән, 1992 йылдан алып һайлау компанияһында әүҙем ҡатнаша, 1998 йылдан Мәҡсүт участкаһында участка һайлау комиссияһы рәйесе булып тора.
2023 йылдан Мәҡсүт ауылының ағинәйҙәр ойошмаһын етәкләүҙе лә уға ышанып тапшыралар. “Бәндәбикә рухташтары” районда әүҙемлектәре менән айырым урын алып тора, урындағы халыҡтың мәҙәни традицияларын һәм ғөрөф-ғәҙәттәрен һаҡлау, сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау, үҫеп килгән быуынды тәрбиәләү, туған телгә һәм тыуған яҡҡа һөйөү тәрбиәләү юҫығында ҙур эш алып бара.
***
Һәр ҡатын-ҡыҙҙың иң ҙур бәхете, әлбиттә, ғаилә, балалар. Резеда апай менән Салауат ағай Ҡотлобаевтарҙың иңгә-иң терәп ғүмер кисереүҙәренә 32 йыл уҙған. Бер-береһен ярты һүҙҙән аңлап, бәхетле донъя көтә улар.
Йәшләй генә тол ҡалған уҙаманға яҙмышын ышанып тапшырғанда, Салауат ағайҙың ҡыҙҙары 5-се, 6-сы класта ғына уҡып йөрөгән була. Резеда апай Айгөл менән Алһыуға әсә наҙын бирһә, Салауат ағай уның ҡыҙы Әминә өсөн арҡа терәр таяныс була.
Ҡыҙҙарҙың өсөһө лә яҙмыштарын Мәҡсүт ауылы егеттәре менән бәйләгән. Хәҙер инде улар үҙҙәре атай-әсәй, гөрләтеп донъя көтәләр. “Биш ейәнебеҙ – иң ҙур шатлығыбыҙ. Иң ҙуры Линар - студент, быйыл энергетика колледжын тамамлай, Элинабыҙ – Мораҡ 1-се урта мәктәбенең 9-сы класс уҡыусыһы. Әмир Өфө ҡалаһының 20-се башҡорт гимназияһында уҡый. Кира менән Данила Мораҡ башҡорт гимназияһының 4-се һәм 1-се кластарында белем ала”, - балалары, ейән-ейәнсәрҙәре хаҡында һүҙ сыҡҡас, Резеда апайҙың йөҙө ҡояштай яҡтыра.
Эше ни тиклем тынғыһыҙ булһа ла, яҡындарын тәмле-татлы, файҙалы ризыҡтар менән һыйларға, Салауат ағай менән бергә кәртә тултырып мал-тыуар, ҡош-ҡорт аҫрарға, өй тирә-яғын, тәҙрә төптәрен йәмләндереп сәскә-гөлдәр үҫтерергә, йәйен ҡырҙа шифалы үләндәр, емеш-еләк йыйырға, баҡса тулы йәшелсә-емеш үҫтереп, уларҙы эшкәртергә, яратҡан шөғөлөнә тотоноп, паннолар үрергә һәм, хатта, ауылдаштары, улар эшләгән матур эштәр хаҡында район гәзиттәренә мәҡәләләр, һүрәтләмәләр яҙырға ла өлгөрә Резеда апай!
- Был ғүмерҙең һәр көнө, һәр сәғәте – Хоҙайҙан бирелгән бүләк. Шуға ла шөкөр итеп, һәр эштән тәм табып эшләһәк, тормошто йәмләп йәшәһәк ине! – тигән мәҙәниәт хеҙмәткәренә артабан да янып эшләргә, бәхетле ғүмер кисерергә насип булһын!
Гөлназ СӘЙЕТБАТТАЛОВА.
Фотолар шәхси архивтан алынды.