Бөтә уңайлыҡтары булған 40 урынлыҡ Yutong автобусы асҡысын БР Башлығы Радий Хәбиров ансамбль етәксеһе РФ атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы, Салауат Юлаев дәүләт премияһы лауреаты, Салауат Юлаев ордены кавалеры, данлыҡлы ҡурайсы Азат Айытҡоловҡа тапшырҙы. Мәғлүм булыуынса, 2024 йылда барлыҡҡа килгән был мәртәбәле ансамбль республика буйлап гастролдәрҙә йөрөй, Күгәрсен районы үҙәге Мораҡта ла уларҙы тулы зал тамашасы ҡаршы алғайны. Киләсәктә ҡурайсылар күрше өлкәләргә лә ҙур гастролдәр менән сығырға ниәтләй.
Фото ансамблдең вк-лағы төркөмөнән алынды.