Мәҙәниәт йорто фойеһында урын алған сағыу күргәҙмәләрҙә нимә генә юҡ ине: аллы-гөллө биҙәүестәр, милли кейемдәр, тегелгән, сигелгән әйберҙәр, һуғылған балаҫтар үҙҙәренең матурлығы менән күҙҙең яуын алды.
“Өләсәйем һандығы” тигән ҡыҫҡа ғына тамаша иһә сарала ҡатнашыусыларҙы хәҙер инде тарихта ҡалған матур ваҡыттарға алып китте. Өләсәй (Һәҙиә Нияҙғолова) ейәнсәрен (Гөлдәр Садиҡова) “башҡорт халҡының борондан килгән мираҫын һаҡлаған” һандыҡтағы ҡомартҡылар менән генә түгел, уларға бәйле ғөрөф-ғәҙәттәр, йолалар менән дә ентекле таныштырҙы.
Байрамға күрше Мәләүез районының Восточный ауылы ағинәйҙәре лә ҡатнашты. “Ҡыҙыл Мәсет” төркөмө етәксеһе, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Ғәлим Кинйәбулатовтың үҙе ижад иткән “Күгәрсенем” йыры ла көслө алҡыштарға күмелде.
Сараға махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙарҙың ата-әсәләре лә саҡырылған. Уларға батыр улдар үҫтергән өсөн рәхмәт белдерелде, Урал хәҙрәт Кинйәбулатов сәскәләр тапшырҙы.
Республикала ағинәйҙәр ҡоро иң әүҙем эшләп килгән йәмәғәт ойошмаларының береһе булып тора. Ошо ойошмаға нигеҙ һалыусы, “Киске Өфө” гәзитенең баш мөхәррире, билдәле журналист Гөлфиә Янбаева ойошма тарихы, уның бөгөнгөһө һәм киләсәге хаҡында бәйән итте. Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, райондың элекке етәксеһе Фәрит Мусин иһә Йомағужа һыуһаҡлағысы төҙөлөшө, бындағы тырыш халыҡ тураһында һөйләне. Баш ҡала ҡунағы – хәйриә фонды етәксеһе Фидан хәҙрәт Ғәзизовтың сығышы ла көнүҙәк темаларға ҡағылды. Ул әүҙем ағинәй – 86 йәшлек хеҙмәт ветераны, Рәсәйҙең халыҡ мәғарифы отличнигы Һәҙиә Ниязғоловаға Ҡөрьән китабы һәм намаҙлыҡ бүләк итте.
“Халҡыбыҙҙың күңел биҙәктәре”нең икенсе өлөшө Йомағужа мәсетендә дауам итте.
Сара хаҡында гәзитебеҙҙә уҡырһығыҙ