Хәйер, алға китеп әйтеп үтәйек: яңғыҙ ҙа түгел ул. Ни өсөн икәнлеген киноны ҡарағас, төшөнөрһөгөҙ.
...Ҡояш ҡалҡҡан, сәйнүк һыҙғырып ҡайнап ултыра, кассеталы магнитофондан Илфаҡ Смаков башҡарыуында “ Юҡҡа түгелдер” йыры яңғырай (билдәле башҡорт композиторы Рим Хәсәнов үҙе яҙған көйҙәрҙе фильмда ҡулланыуға ихлас ризалыҡ биргән –авт.). Стенала –иҫке фотолар. Был –ҡарттың үҙ мөхите. Иҫке генә семәрле сынаяғына ҡара сәйен яһап, эсеп ала ла, , көнөн күрше-күләндәренең күптән бушап, емерелеп торған йорт ҡоймаларын ҡағып, рәтләп ҡуйыуға бағышлай. “Ҡасандыр ҡайтып килеп, балалары атай йортон танымай тормаһындар” тигән изге теләк менән башҡара ул был эште.
Һәм шундай бер көндә ҡаланан уның үҙенең улы ҡайтып төшә. Ҡайтыуының маҡсаты – атаһын ҡалаға алып китеү. Хатта улай ғына ла түгел, уландың ( үҙенсә изге) маҡсаты (тел төбөнән аңлашыла ки) ҡарттар йортона – бағыулы урынға урынлаштырыу. Был хаҡта асыҡтан-асыҡ телмәр менән әйтелмәһә лә, “Киленең, ейәндәрең ялдарҙа килеп йөрөрҙәр” тигән бер генә һөйләм дә тамашасы йөрәген әсендереп, уйға һала. Уланды ла аңларға була: уның да үҙ тормошо, донъяға үҙ ҡарашы һәм яҡындарына ҡарата үҙ яуаплылығы, замандың байтаҡ ир-егеттәрҙең алдына ҡуйған талаптары, еңел булмаған һынауҙары...
Аныҡ ниәт менән килгән улы атаһының ҡулға эйәләткән яралы йыртҡыс ҡошон күреп ҡала. “Быныһы кем инде тағын?” тип, шул ғына етмәгәйне тигәнерәк ризаһыҙлыҡ белдереүенә яуап итеп, яралы ҡоштоң хәүефләнеп бер ҡартҡа, бер уланға ҡарап, “их, осорға ине” тигәндәй талпынып-талпынып ҡуйыуына тамашасы иғтибар итмәй ҡалмағандыр. Тәбиғи рәүештә килеп сыҡҡан был күренеш бик үҙенсәлекле, урынлы һәм фильмды төшөрөүселәрҙең ошо мәлде тотоп ҡала алыуҙарына хайран ҡалырлыҡ! Тәү ҡарашҡа әллә ни ҙур әһәмиәткә эйә булмаған ҡош эпизодтарында ла ни тиклем дә тәрән фәлсәфә һәм тәрән мәғәнә ятҡанлығын тойорға була.
“Терминатор” ҡушаматлы ҡоҙғондоң хужаһы - Салауат ҡалаһынан орнитолог Ирина Котова хәбәр итеүенсә, был йән эйәһе бөгөнгө көндә иреккә осоролған.
Актерҙарҙың тәбиғи, көсәнмәй уйнауы айырыуса иғтибарға лайыҡ. Сөнки, ни генә тиһәң дә, кешелектең булмышы ул ауыл. Һәр кемебеҙ тыуып үҫкән ауылыбыҙға, атай нигеҙенә тамырыбыҙ менән бәйле. Йәш саҡта ҙур тормошҡа, йәғни ҡалаға ынтылған кешеләр ҙә, йылдар үтә килә барыбер үҙ төйәгенә әйләнеп ҡайтыусан. Ә бит ауылды ҡоротмай, нигеҙҙе һыуытмай тотҡан төп көс нәҡ ҡарттар иңенә ята...
“Нигеҙ” – йәш режиссерҙың тәүге хеҙмәте түгел.
Бығаса халыҡ хөкөмөнә сығарылған “Ҡырағай”, “Мине дауалаусы дошман” (“Мой лечащий враг”) фильмдары ла ҙур уңышлы булды. Шулай уҡ ул үҙен “Ку-ку” фильмында тәжрибәле сценарист итеп күрһәтә (режиссеры Владимир Вобликов, Ярославль ҡалаһы).
Әйткәндәй, Рәсәй йәштәре федераль грантына “Башҡортостан” киностудияһы һәм меценат Илнур Утарбаев ярҙамында төшөрөлгән был “Нигеҙ” фильмы үткән аҙнала ғына Сыуашстан республикаһында үткән XVII Чебоксар Халыҡ-ара кинофестивалендә 25 картина араһында “Тамашасы һөйөүе” призына лайыҡ була.
Фильмды төшөрөүгә йәлеп ителгәндәрҙең барыһына ла “Башҡортостан” Киномотографистар союзы исеменән рәхмәт хаттары тапшырылды. Премьерала Фәрзәнәнең әсәһе Әҡлимә Зәйнулла ҡыҙы менән атаһы Мирза Сәфиулла улы Утарбаевтар ҙа ҡатнашты.
- Бала саҡтан актриса булырға хыяллана торғайны ҡыҙыбыҙ. Һәр төрлө кино йондоҙҙарының фотоларынан коллекциялар йыйып, улар кеүек киноларҙа төшөргә хыялланып үҫте. Бына шул бала саҡ һөйөүе уны кино сәнғәтенә ылыҡтырғандыр ҙа. Бик тырыш, маҡсатлы булыуы менән бөгөнгө уңыштарына өлгәште. Юылнда осраған изге күңелле кешеләргә беҙ ҙә, атай-әсәй булараҡ, рәхмәтлебеҙ. Күмәкләгән – яу ҡайтарған тигәндәй, бергә башҡарған эш ырамлы була, һөҙөмтәлә, бына күмәкләп тормошсанлыҡҡа ҡоролған “Нигеҙ” фильмын ҡарайбыҙ.
- Был ҡыҫҡа метражлы фильмды ҡайҙа төшөрөргә икән тип Башҡортостаныбыҙҙың байтаҡ райондарында булырға тура килде. Билдәле драматург, журналист, БР һәм РФ Яҙыусылар союзы ағзаһы Сәрүәр Сурина Күгәрсен районын тәҡдим итте. Эргәһендә ҡалҡыулыҡ булған ауыл – Түләбәйҙе һайланыҡ. Шуныһына рәхмәтлемен, гел алсаҡ, ярҙамсыл кешеләр осрай юлыма. Күгәрсен районында ла шулай булды. Актерҙарға ла, фильм төшөрөүселәргә лә һәр яҡлап ярҙам күрһәттеләр. Азат ағай Айытҡужин ҙур ихласлыҡ менән атай йортон тәҡдим итте. Күгәрсен районыИртөбәк ауыл биләмәһе башлығы Закир Үзбәковҡа ла, мәҙәниәт бүлеге начальнигы Илүзә Ниғәмәтуллинаға, телеоператор Рөстәм Алламоратовҡа, “Наҙйылға” театры режиссеры Фәймә Аҡъюловаға һәм башҡаларҙың барыһына ла ысын күңелдән рәхмәтлемен. Эпизодтарҙа ҡатнашҡан иң бәләкәй актерҙарыбыҙ - дүрт йәшлек Заһитов Марс менән уның ҡустыһы ике йәшлек Аяз да тамырҙары менән Күгәрсен районынан.
Киләһе премьераны үҙемдең тыуған яғым - Урал аръяғында һәм тағы бер тапҡыр Өфөлә үткәрергә йыйынабыҙ. Башҡорт тамашасыһы ғына өсөн түгел, рус телендә субтитрҙар ҙа бар, шуға күрә барыһын да көтөп ҡалабыҙ, - ти Фәрзәнә тәьҫораттары, уй-ниәттәре менән уртаҡлашып.