Мораҙым
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
21 Май , 12:20

"Мөхәмәтша Буранғолов тере, апай..."

“Мөхәмәтша Буранғолов тере, апай...” (тормош күренештәре)          Элекке һабаҡташтар осрашыуы күнелле дауам итте. Һәp кем институттан һуң  нисек йәшәүе, яуланған уңыштары,  ғаилә хәле тураһында һөйләй. Сират Рәшиҙәгә етте. Уҡыған саҡта «артистка» ҡушаматы алған моңло тауышлы, йөҙөнән йылмайыу китмәгән ҡыҙ, хәҙер инде яуаплы вазифа биләгән ханым, һаман да йәшлек шуҡлығын,  дәртен юғалтмаған. Әле лә беҙ унан ҡыҙыҡ хәбәр көттөк. Тап шулай килеп сыҡты ла.

- Белеүегеҙсә, институт тамамлағас, мине Ырымбур өлкәһенә ебәрҙеләр. Бара-бара күҙҙәрем тондо. Урман-тау ҡыҙының дала еренә нисек өйрәнеп китеүен һөйләп тормайым инде. Нисек тә был яҡтан тайыу тураһында yйлайым. Дәрестәр бирә башланым. Әҙәбиәттән бер дәрес Мөхәмәтша Буранғолов ижадына арналғайны. Хәтерегеҙҙәлер, беҙ уҡыған йылдарҙа был күренекле сәсән, халыҡ ижадын йыйыусы, драматург тураһында күп һөйләнелмәне. Ваҡытында әҙәрлекләүҙәргә дусар булған әҙип әле һаман  күләгәлә ҡала ине. Шулай, уның хаҡында белгәнемде барлап, дәрескә әҙерләндем. Ошо яҡтарҙа тыуғанын да белә инем. Әҙип тураһында һөйләгәс, мең туғыҙ йөҙ алтмыш алтынсы йылда вафат булғанын әйттем. Шул саҡ арттараҡ ултырған бер уҡыусым ҡысҡырып ебәрҙе:

- Апай, Мөхәмәтша Буранғолов тере лә  инде.

Аяҡтарым бәлтерәп китте. Ни һөйләй был малай? Ул арала икенсеһе йөпләне:

- Эйе, тере, иртән мәктәпкә килгәндә генә күрҙем.

Аптырап ҡалдым. Белеүемсә, ул үлгән булырға тейеш. Яңылыштыммы икән ни? Ҡayшaп, бер конспектыма, бер балаларға ҡарайым. Улары: “Әһә, апай беҙ белгәнде лә белмәй”,  тигәндәй,  көлөмһөрәп ултыра. Ҡаптым ҡармаҡҡа. Ни ҡылырға, был сетерекле хәлдән нихәл сығырға? Белгәндәремде тағы ла ҡабатлап, был фактты аныҡларға вәғәҙә  итеп, дәрес  тамамланыуын саҡ көтөп алдым.

Уҡытыусылар бүлмәһенә нисек барып етеүемде хәтерләмәйем. Хәлемде директор урынбаҫары һиҙҙе, ахыры.

- Дәрес нисек үтте, балалар тыңлашамы? - тип һораны.

- Тыңлаша, - тинем, телемде саҡ әйләндереп, - тик сетерекле хәл килеп сыҡты. Мөхәмәтша Буранғолов тере икән, ә мин яңылыш үлгән, тип әйттем...

Әңгәмәсем, мут ҡына йылмайып ҡарап торҙо ла, ҡапыл ҡарашын тәҙрәгә күсереп:

- Тағы ла оҙағыраҡ йәшәр әле ул. Ана, үҙе китеп бара.

- Нисек... китеп бара? Бында килеп еткәнме?

- Ғүмере буйы ошонда йәшәй, бер ҡайҙа ла китмәне.

Мин албырғап, тәҙрәгә ташландым. Күрәм: мәктәп эргәһенән алпан-толпан баҫып, үҙем кисә генә кибеттә күргән ир китеп бара. Иҫке генә эш кейемендә, бер ҙә яҙыусыға оҡшамаған. Етмәһә, Буранғолов оло йәштә булырға тейеш. Яҡшы хәтерләйем - мең һигеҙ йөҙ һикһән һигеҙенсе йылғы. Тамам башым буталды. Әллә  минән көлөргә  уйлайҙармы? Йәш уҡытыусы тигәс тә...

Икеле алған бала кеүек,  башымды эйеп торғанды күреп, өлкән уҡытыусы:

- Яҙыусының туғаны ул, исемен шулай ҡушҡандар. Ә балалар анлап етмәгәндер, ҡайһы Буранғолов тураһында һөйләүеңде. Бәлки, шаяртырға уйлағандарҙыр. Былай, беҙҙең балалар тәртипле генә ул.

Бына шулай үтте тәүге дәрестәремдең береһе. Оноторлоҡ түгел. Ә инде ошо ауыл егетенә кейәүгә сығып, үҙемден дә Буранғолова булып китеүемде өҫтәһәм...

Мәрйәм КҮСМӘЕВА.

        

 

"Мөхәмәтша Буранғолов тере, апай..."
"Мөхәмәтша Буранғолов тере, апай..."
Автор:Айгөл Айытҡолова
Читайте нас: