Түңәрәк өҫтәлдә Бикбулат ауыл китапханаһы мөдире Гөлнәзирә Кинйәбаева, Әлмәс ауылынан Әлфирә Табулдина, район китапханаһының балалар әҙәбиәте бүлеге китапханасыһы Светлана Халиҡова ҡатнашты.
“Китап донъяһында үҫтек”
Гөлнәзирә Кинйәбаева:
- Беҙҙең ғаиләлә китапҡа ҡараш һәр ваҡыт ыңғай булды. Әнейем әле лә яратып уҡый. Атайым да китап менән дуҫ булды. Өйгә яҙҙырған гәзиттәрҙең иҫәп-хисабы булманы, ҡалын –ҡалын гәзиттәр килә ине өйгә. “Ағиҙел”, “Башҡортостан ҡыҙы”, хатта “Башҡортостан уҡытыусыһы” журналдарын да алдырҙыҡ. Ҡулдан-ҡулға йөрөтөп, яратып уҡыныҡ барыбыҙ ҙа.
Ауылдан Өфөгә киткәс, башҡортса уҡыу бик эләкмәне, уҡытыу рус телендә булды. Шулай ҙа саҡ ҡына буш ваҡыт булһа, китап уҡый торғайным. Ҡалын-ҡалын китаптар уҡыным. Яныбай Хамматов, Ғәйнан Хәйри, Шакир Янбаев, Муса Йәлил һәм башҡа авторҙарҙың китаптарын үҙ итеп, бер хәрефен дә ҡалдырмай уҡығанмындыр.
Яныбай Хамматовтың “Тыуған көн” китабы иһә “өҫтәл китабы” булды тиһәм дә, арттырыу булмаҫ. Ҡыйын булып киткән ваҡыттарҙа “Миңлеғәли Ғөбәйҙуллин улай эшләмәгән; ул улай итмәҫ ине, ошолай эшләр ине” тип үҙемә шул китап геройҙары тәрбиәһенән көс ала торғайным.
Беҙ үҫкән заманда патриотик тәрбиә көслө булды бит. Ниндәй генә әҫәрҙе алма, ниндәй генә китапҡа тотонма – тәрән илһөйәрлек тойғолары һалынған китаптар ине. Зәйнәб Биишеваны ғына, нишләптер, һуңыраҡ уҡыным. Яныбай Хамматов, Әсхәл-Әхмәтхужа (уның улы менән бергә уҡыныҡ), Мостай Кәрим, Баязит Бикбай кеүек яҙыусы-шағирҙарҙың әҫәрҙәре уҡымлы осор булды.
Китапханасының эшен, ысынлап та, көнө буйы китап ҡына уҡып ултыра тип уйлағандар ҙа бар. Дөрөҫөн генә әйткәндә, әлеге заманда китапҡа ҡул теймәй. Технологиялар ни тиклем алға киткән һайын, төп эштән ситләшкән һымаҡ тойолоп китә. Элек кеше менән туранан-тура эшләһәләр, хәҙер күп эштәрҙе онлайн атҡарырға тура килә. Шулай ҙа уҡыусыға тәҡдим итер алдынан беҙ үҙебеҙ мотлаҡ уҡып сығырға тейешбеҙ тип иҫәпләйем.
“Әҙәбиәт – рухи ихтыяждарыбыҙҙы ҡәнәғәтләндерһен”
Гөлнәзирә Кинйәбаева:
- Беҙ, өлкән йә урта быуын кешеләре, йыш ҡына бөгөнгөнө үткәнебеҙ, үҙебеҙ үҫкән осор менән сағыштырып ҡарайбыҙ. Ысынлап та, рухи ҡиммәттәр икенсе ине ул ваҡытта. Һәм китаптар ҙа, әҙәбиәт тә нәҡ шул осорҙа тәрбиәләнеп үҫкән кешеләрҙең рухи ихтыяждары өсөн тәғәйенләнгән булғандыр, хатта улай ғына ла түгел, шул быуын, шул осор яҙыусылар ижадында ла асыҡ сағылған.
Рухи талаптар көслө ваҡытта йәшәнек: беҙ тик кеше тураһында ғына уйланыҡ. Был хатта әҙиптәр ижадында ла күренә. Һуғыш тураһындағы әҫәрҙәрҙе генә алһаҡ та, “үҙең үлһәң, үләһең, тик иптәшеңде ҡотҡараһың” тигән тәрбиәүи идея алға һөрөлә. Тормошта ла шулай. Беҙ әле лә шулай өйрәнгәнбеҙ. Бала саҡта ниндәй тәрбиә һалына, шул тормошоңда бара, ғүмер баҡый һинең менән йәнәшә атлай. Сөнки ул китап менән һеңгән беҙгә. Тимәк, уйлап ҡарағыҙ, китап ниндәй көскә эйә!
Йәш талды бөгөү еңелерәк. Бала бәләкәй саҡта уҡ башҡорт баҫмаларын, китаптарҙы күреп үҫһен ине ул. Йыртһа-йыртһын, әммә ҡулында китапты тотһон. Китапҡа һөйөүҙе шунан башлана.
Светлана Халиҡова:
- Эйе, китаптың тәрбиә көсө ҙур. Был хаҡта бик оҙаҡ һөйләргә булыр ине. Беҙ китап тәрбиәһе алып үҫкән быуын. Интернет түгел, телевизор ҙа, радио ла бик һуң килеп инде беҙҙең ҡулланылышҡа. Бөтә мәғлүмәт сығанағы гәзит-журнал, китап булды. Иҫләйем, мәктәптә уҡыған ваҡытта ниндәй генә яҙыусылар килмәне беҙгә: Мостай Кәрим, Зәйнәб Биишева, Шакир Янбаев һәм башҡа ҙур-ҙур яҙыусылар менән осрашыуҙар, кисәләр йыш үтте. Беҙ уларҙың һүҙен ишетеп үҫтек. Тере яҙыусылар менән осрашыу бала күңелендә онотолмаҫ хәтирәләр ҡалдыра. Уларҙың ижадына ла икенсе төрлө ҡыҙыҡһыныу менән ҡарай башлайһың.
Ғөмүмән, уҡыусылар араһында нәфис әҙәбиәткә ғашиҡ кешеләр күп. Ноғман Мусин, Зәйнәб Биишева, Мостай Кәрим, Шакир Янбаев, Тимерғәле Килмөхәмәтов, Мәрйәм Бураҡаева, Әмир Әминев, Гөлсирә Ғиззәтуллина, Зөлфирә Ҡаҙаҡбаева, Таңсулпан Ғарипова, Зифа Ҡадырова, Гөлнур Яҡупова, Миләүшә Ҡаһарманова һәм башҡа яҙыусыларҙың әҫәрҙәрен йыш һорайҙар.
Гөлнәзирә Кинйәбаева:
- Беҙҙә лә Ноғман Мусин, Зәйнәб Биишева, Ғәлим Хисамов, Зөлфирә Ҡаҙаҡбаева, Шакир Янбаевтың китаптары тормай. Спартак Ильясовтың “Биғылый” роман-хәтирәһе һаман кире әйләнеп ҡайтманы. Берәү ала ла, ҡулдан-ҡулға йөрөтөп уҡыйҙар. Уҡыусылар һанын иҫәптә тотоу өсөн килеп яҙҙырып китегеҙ тип тә әйтеп ҡарайбыҙ, юҡ. Халыҡ үҙенсә өйрәнгән. Һәм шуға ла китап уҡыусылар кәмене тип картотекаға ҡарап ҡына әйтергә ярамай. Уҡыусылар күп ул.
Ә бына күптәр мөкиббән китеп уҡыған Зифа Ҡадырованың әҫәрҙәрен шәхсән ҡабул итә алмайым. Әҙәби әҫәрҙәрҙең тәрбиәүи әһәмиәте булырға тейеш. Уны уҡып сыҡҡас, кешелә матурлыҡҡа, изгелеккә ынтылыш тыуырға тейеш. Ә көндәлек ығы-зығы тормошҡа ҡоролған әҫәрҙәрҙе әҙәби әҫәр тип әйтә алмайым. Мин ундай хәлдәрҙе ауылда көн дә күрәм. Китап уҡығанда кеше рухи яҡтан ял итергә тейеш.
Әлфирә Табулдина:
- Китапҡа һөйөү беҙҙә бала саҡтан. Атай коммунист булды, гәзит-журналдар өйгә күп килде. Әсәйем мәрхүмә зирәк аҡыллы кеше булғандыр инде, беҙ китап-журнал тотһаҡ, минең дә белгем килә, ҡысҡырып уҡығыҙ ти торғайны. Беҙ шуға ла өйҙә ҡысҡырып китап уҡый торғайныҡ.
Ауылда дүртте бөткәс, артабан интернатта йәшәп белем алдыҡ. Ошо район китапханаһына бергәләп киләбеҙ, китаптар һайлап алабыҙ ҙа ҡайтып, интернатта иркенләп уҡыйбыҙ. “Тимур һәм уның командаһы” (Гайдар), “Робинзон Крузо” (Даниэль Дефо), “Мазай ҡарт менән ҡуяндар” (Некрасов) һәм башҡа балалар китаптарын ярышып уҡыныҡ.
Китап уҡыуға ылыҡтырыу бала саҡтан башланырға тейеш. Заман алға киткән һайын, тормош ҡуласаһында әйләнәбеҙ, китап уҡып ултырырға ваҡыт та юҡ һымаҡ. Мин гел ата-әсәләргә әйтәм: уҡыһағыҙ ҙа, уҡымаһағыҙ ҙа ҡулығыҙға китап алып ултырығыҙ, өйҙә китап барлығын күрһен ул бала, хатта йоҡлар алдынан карауат эргәһендә ятҡанлығын ғына күреү ҙә балаға зиһененә һеңеп ҡала.
“Халҡының киләсәген уйлаған яҙыусы балалар өсөн ижад итергә тейеш”
Светлана Халиҡова:
- Балалар әҙәбиәте айырыуса ҙур иғтибарға лайыҡ булырға тейеш минеңсә. Үҫеп килгән быуындың аңына ыңғай, үҫеш өсөн, шәхес үҫеше өсөн, рухи үҫеш өсөн тәьҫир итерлек әҫәрҙәрҙең булыуы бик мөһим. Шуныһы ҡыуаныслы, башҡорт әҙәбиәте булһынмы, рус әҙәбиәтеме, сит ил әҙәбиәтеме – балалар өсөн тәғәйенләнгән классик әҙәбиәттең кимәле бик юғары.
Башҡорт яҙыусылары араһында балалар өсөн ижад иткән Әлфиә әсәҙуллина, Фәрзәнә Абулатова, Гүзәл Ситдиҡова, Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина, Миңлегөл Хисамова, Зөһрә Ҡотлогилдина һәм башҡа әҙиптәрҙең китаптарын беҙҙә яратып уҡыйҙар. Әлбиттә, баланы китапханаға йәлеп итеү өсөн төрлө ысулдар ҡулланырға кәрәк. Уйын, викториналар, конкурстар, ижади кисәләр, әкиәттәр, осрашыуҙар балаларҙың йәшенә ҡарап ойошторола. Улар бик ҙур теләк менән йөрөй. Мәктәп, балалар баҡсаһы менән берлектә тығыҙ эшләйбеҙ. Уҡытыусылар биргән исемлектәр буйынса килеп китап алалар.
Тимәк, мәктәп, йәғни уҡытыусы ҡушһа, улар уҡый. Был бик мөһим күренеш. Китаптың тәрбиәүи әһәмиәте көслө ул. Үҙебеҙҙең бала саҡты иҫләп ҡараһаҡ та, теге йәки был әҫәр геройына оҡшарға тырышып үҫтек бит. Шул уҡ “Тимур һәм уның командаһы”, “Өс таған”, “Беҙҙең өйҙөң йәме”, “Оҙон-оҙон бала саҡ”, “Һылыуҡай пионерка” һәм башҡа повесть-хикәйәләрҙең төп геройҙары беҙҙең өсөн өлгө булды. Шуға күрә балаға әҙәби әҫәр тәҡдим иткәндә бик һаҡ һәм һайлансыҡ булырға кәрәк тип иҫәпләйем.
Әлфирә Табулдина:
- Китапты уҡығанда геройҙар менән йәшәйһең. Айгиз Баймөхәмәтовтың “Ҡалдырма, әсәй!” повесын ғына алайыҡ. Бығаса детдом темаһы әҙәби әҫәрҙәрҙә күҙәтелмәне. Бына ошо повесты уҡып, беҙ балалар йортоноң ғына түгел, атай-әсәй наҙынан, атай-әсәй тәрбиәһенән мәхрүм балаларҙың эске кисерештәрен, күңел торошон, тормошҡа яраҡлашыуын күрҙек.
Хәҙерге заман балалары ла китап уҡый ул. Беҙҙең китапханаға ла әүҙем йөрөйҙәр. Мәктәп программаһы буйынса төҙөлгән исемлекте тотоп килеп китап һайлап алалар. Элек дәреслектәрҙә хикәйәләр күп булһа, хәҙерге китаптарҙа өҙөктәр генә бирелә лә уҡыусыға үҙенә уҡып бөтөргә ҡушалар. Был да баланы уҡыуға ылыҡтырыуҙың бер ысулы.
Беҙ балалаларҙы интернет, гаджеттарға бирелеп, китаптан ситләште тип әйтергә яратабыҙ. Ә бит интернеттың да үҙ ыңғай яҡтары бар. Тик һәр бер нәмәнең дә самаһы булырға тейеш.Китаптарҙың электрон варианты ла бар. Китапханаға йөрөүселәр һаны кәмеүен уҡыусылар кәмей тип аңларға ярамай. Бөгөнгө көндә һәр өйҙә, һәр кешелә тиерлек компьютер бар, интернеттан, электрон китаптарҙан һәр кем үҙенә оҡшаған авторҙарҙы уҡып бара. Гәзит-журналдарҙың да үҙ сайты бар. Тимәк, интернет беҙгә ярҙамсы ғына. Уны дөрөҫ ҡуллана һәм файҙалана ғына белергә кәрәк.
Гөлнәзирә Кинйәбаева:
- “Аҡбуҙат” журналының баш мөхәррире Лариса Абдуллинаның һүҙҙәрен иҫкә төшөрөү урынлы булыр: “Халҡының киләсәген уйлаған яҙыусы балалар өсөн әҫәр ижад итергә тейеш”. Бик дөрөҫ һүҙҙәр. Беҙ, китапхансылар, үҫеп килгән быуынды баҫма һүҙгә ылыҡтырыу, китапҡа, уҡыуға һөйөү уятыу өсөн үҙ эшебеҙҙе белеп эшләйбеҙ, ә бала күңеленә, бала зиһененә, бала йөрәгенә үтеп инерлек әҙәби әҫәрҙәрҙе яҙыу – яҙыусы иңендә. Беҙ йәмғиәттә бер-беребеҙҙе тулыландырып торорға тейешбеҙ.
Һәм, әйтергә кәрәк, был тәңгәлдә һөҙөмтәле эш ғаиләлән башлана. Ояһында ни күрһә, осҡанында шул була, ти халҡыбыҙ.
Бала саҡта “Башҡорт халыҡ ижады”н яратып, төрлө әкиәттәр, риүәйәттәр баҫылған томдары ҡабат-ҡабат уҡып сыға торғайным. Шул китаптар йоғонтоһонда бер заман үҙем әкиәттәр яҙа башланым. Ҡулдан яҙам, төпләп тегәм, һүрәттәрен төшөрәм, тышлығын эшләйем. Өфөлә уҡып йөрөгән саҡта ауылға ҡайтам бит инде, Ғайса менән Рәсүл ҡустыларым бәләкәй, уларға нимәлер алып ҡайтҡым килә. Быларға үҙем әкиәт яҙып, йә берәй китап уҡыһам, оҡшаған әкиәттәре булһа, күсереп, бәләкәй генә китапсыҡтар эшләп алып ҡайта башланым. Үҙемә ныҡ оҡшай торғайны ошо эшем (көлә). Юҡҡа ғына китапхана эшенә килмәгәнмендер.
Китапхана ишектәре һәр саҡ асыҡ
Гөлнәзирә Кинйәбаева:
- Уҡыусыны “тере” яҙыусы менән осраштырыу – иң һөҙөмтәле һәм әһәмиәтле ысул тиер инем мин. Беҙҙең ауыл мәктәбендә төрлө яҙыусылар булды. Рауил Бикбаев, Ирек Кинйәбулатов, Рәмил Йәнбәк, Суфиян Поварисов та булды. Яҡташ яҙыусыбыҙ Зәйнәб Биишева менән осрашыуҙа булмаһам да, китапханаға килгәнен һөйләнеләр. Уның китаптары уҡымлы булды бит инде һәр осорҙа ла, туҙып бөткәнлеген күреп: “Нишләп минең китап алай туҙып, иҫкереп бөткән ул?” тип һорай ти. “Уҡыла бит, ҡулдан-ҡулға алып уҡыйҙар” тиһәк, “Юҡ, ул матур килеш булырға тейеш” тип әйтә ти. Әле лә уҡыйҙар бит уның әҫәрҙәрен. Бына яңыраҡ ҡына бер ауылдаш ағай “Яҡтыға” трилогияһын килеп алды. Әйткәндәй, уны ул әллә нисәнсегә уҡыйҙыр әле.
Ә иң өлкән уҡыусыбыҙ Хәсән ағайға 94 йәш.
Светлана Халиҡова:
- Ысынлап та, китапханаға, китап уҡыуға ылыҡтырыу йүнәлешендә эшләү барыбер ҙә үҙ һөҙөмтәләрен бирә. Күсмә китапхана фонды менән дә эшләйҙәр, оло йәштәгеләрҙең өйҙәренә, төрлө ойошмаларға китап алып барабыҙ.Төрлө акцияларҙа, флешмобтарҙа, ярыштарҙа, рәсми, мәҙәни сараларҙа сығыш яһайбыҙ.
Китап уҡыусылар шәхестәр менән күҙмә күҙ аралашһын, фекерҙәрен еткерһен, тигән маҡсатта, билдәле әҙиптәр менән әҙәби кисәләр, яңы китаптарҙың исем туйҙары үткәрелә. Районда үткән бар мәҙәни сараларҙала ла сағыу китап күргәҙмәләре, стендтар, бай йөкмәткеле сценарийҙар, төрлө актуаль темаға әңгәмәләр менән әүҙем ҡатнашабыҙ.
Гөлнәзирә Кинйәбаева:
- Беҙ онлайн уҡыуҙар аша ла белемебеҙҙе камиллаштырабыҙ. Әлеге көндә Пермь институты ойошторған “Китапхана. Ғаилә” темаһына онлайн уҡыуҙар бара. Бик ҡыҙыҡлы, тәрән белем эстәргә мөмкин. Рус әҙәбиәте әҫәрҙәрен тикшерәбеҙ. “Золушка”, “Буратино” әкиәттәрен психологик күҙлектән анализлағанда, ысынлап та, заманға ярашлы төрлө яҡтан асырға була персонаждарҙы. Элегерәк уҡыған китаптарҙы ҡайтанан уҡып сыҡһаң, бөтөнләй икенсе төрлө, икенсе яҡтан ҡабул итәһең.
Әлфирә Табулдина:
- Беҙҙең китапханаға йөрөгәндәрҙең иң өлкәне 70 йәштән уҙған. Электән ятҡан “Ағиҙел” журналдарын һораусылар күп. Төрлө китаптар алалар.
Классик яҙыусыларҙың ғына китаптары туҙып бөткән, уларҙы ҡайтанан сығаралармы, юҡмы... Мәжит Ғафури, Әнүәр Бикчәнтәев, Динис Бүләковтың китаптары иҫкереп бөттө.
Хәҙерге заман яҙыусылары, шағирҙар менән осрашыуҙар үткәрһәк, уҡыусыға әҙип һүҙен ишеттерһәк, әҙәбиәткә, китапҡа яҡынайыусылар артыр ине.
Светлана Халиҡова:
- “Китап байрамы” тураһында ла әйтеп үтке килә: ошондай сараларҙы урындарҙа (район үҙәктәрендә, мәҫәлән) ла үткәрергә мөмкин. Былтыр көҙ “Әйҙә, уйнайыҡ!” балалар өсөн уйын фестивале булды Өфөлә. Уны ла беҙ үҙебеҙҙә шул уҡ мәғариф, мәҙәниәт бүлектәре, китапханалар менән берлектә ойоштора алабыҙ. Сөнки барыһының да баш ҡалаға барыу мөмкинлеге юҡ, ябай ауыл балалары өсөн үҙе бер байрам буласаҡ.
“Китап байрамы” сиктәрендә яҙыусылар менән ижад кисәләре үткәрергә лә була. Беҙҙең китапханала бындай саралар даими була, ошо араларҙа Гөлсирә Ғиззәтуллинаны ла саҡырырға уйлап торабыҙ.
Уңайҙан файҙаланып, гәзит уҡыусыларҙы китапхана юлына саң ҡундырмаҫҡа өндәйек. Ҡулында китап булғандың башында ғилем булыр тип юҡҡа ғына әйтмәгәндәр. Балаларҙы уҡыуға йәлеп итерҙән алда үҙебеҙ өлгө булайыҡ. Китапхана ишектәре һәр саҡ асыҡ, килегеҙ, теләктәрегеҙҙе еткерегеҙ, беҙ һәр берегеҙҙе лә ҡабул итергә әҙер.
Күренекле академик Ғайса Хөсәйеновтың йөкмәткеле һүҙҙәре бар: “Китап – кешенең аҡыл һәм күңел донъяһын бүҫкәртмәйенсә быуаттарҙан быуаттарға алып килеүсе һәм киләсәккә илтеүсе уңалмаҫ рухи хазиналар ҡаҙанышы”. Ә иң мөһиме – кеше ниндәй генә социаль төркөмгә ҡарамаһын, ниндәй генә йәштә булмаһын, донъяны йөрәге аша үткәрә, китап беҙгә тотош тарихи үткәнебеҙҙе тойорға булышлыҡ итә.
Айгөл АЙЫТҠОЛОВА әңгәмәләште.
Автор фотолары.