Илүзә НИҒӘМӘТУЛЛИНА:
- Милли кейем - һәр милләт өсөн ғорурлыҡ. Һәр деталь халыҡтың мәҙәни үҙенсәлектәре тураһында һөйләй. Башҡорт сигеүҙәре, сәскә-үҫемлек орнаменттары, сағыу, һутлы биҙәктәр һәм башҡа милли мотивтар – ул беҙҙең мәҙәниәтебеҙҙе бар иткән бер һыҙат.
Башҡорт кейеме, донъяның башҡа халыҡтарындағы кеүек үк, һәр ваҡыт гардеробтың кәрәкле өлөшө булған. Башҡа ҡалалар һәм илдәр менән сағыштырғанда, Башҡортостанда милли кейем кейеү бик оҙаҡ таралған.
Бөгөн күптәр милли кейем элементтарын көндәлек кейемдә берләштерә. Стилләштерелгән күлдәктәр, биҙәүес әйберҙәрен көндәлек кейемдә ҡулланыу ҡатын-ҡыҙ асылын миллилек менән берләштерә.
Мин дә милли мотивтары булған кейемдәрҙе көн һайын кейәм. Этностиль элементтары менән уңайлы һәм матур заманса кейем кейгәндә, һин үҙең милли мәҙәниәтте һаҡлаусы, үҫтереүсе итеп тояһың, шул уҡ ваҡытта был бик тә үҙенсәлекле.
Тәүге тапҡыр башҡорт күлдәген кейгән көнөмдө әле лә хәтерләйем, балалар баҡсаһында булды ул хәл, ниндәйҙер бер байрамға бейеү әҙерләгәйнем. Миңә ул ваҡытта 5 йәш ине. Милли күлдәк кейгән һайын ғорурлыҡ тойғоһон кисерәм, әммә шул тәүге кисерештәр һаман күңелдә һаҡлана.
Милли кейемдең тәрбиәүи көсөнә ышанам.
Нурзилә Абдуллина фотоһы.