Мораҙым
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
16 Апрель , 12:25

"Башҡорт милли кейемдәрен ата-бабаларыбыҙҙың мираҫы һәм ҡомартҡыһы итеп һаҡларға, киләһе быуындарға тапшырырға тейешбеҙ"

Милли кейемдәр – милләт асылы тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәрҙер, йылдар үтә килә үткәндәргә, тарихҡа байҡау яһап, өләсәй-ҡәртәсәйҙәр ҡомартҡыһының ҡәҙерле монаят иткәнлегенә төшөнәбеҙ. Бынан ун йыллап самаһы элек башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының биҙәүес әйберҙәрен эшләп тағыу киң таралһа, бөгөн үҙ ырыуҙарының тарихи милли кейемдәрен тергеҙеп, киләсәк быуынға еткереү өҫтөндә һөҙөмтәле эшләйҙәр, тиһәк тә арттырыу булмаҫ.

Фәймә АҠЪЮЛОВА, “Наҙйылға” театры режиссеры:

 - Районыбыҙҙың бер нисә ауылы, шул иҫәптән, минең тыуған ауылым Дөмбәй һәм был ауылға килен булып төшкән Хәрбизә өләсәйемдең тыуған ауылы Байауылы ла бөрйән ырыуына ҡарауын белгәс тә, мин ырыуымдың үҙенсәлектәре, милли кейемдәре менән ҡыҙыҡһына башланым. Хатта, бөрйән ырыуына хас булған  милли кейем тектереү ниәте менән ашығып, туҡыма ла һатып ала һалдым.
Әммә ул ваҡытта, туҡыманың үҙенсәлектәре лә, бесеп-тегеү ҙә милли традицияларға таянып эшләнергә тейеш икәнен мин аңламай инем әле.
 Шул ваҡытта, әмәлгә баҡҡандай, миңә Мәләүез ҡалаһынан, сығышы менән Өмөтбай ауылы ҡыҙы, Гөлдәр Аҡназарова шылтыратты.
 Үҙенең башҡорт милли кейемдәре менән мауығыуы тураһында һөйләне, интернет селтәрендә быға бәйле төрлө төркөмдәр барлығын әйтте. Тик унда Күгәрсен районынан бер генә кеше лә булмауына эсе бошоуын белдерҙе. Был төркөмдәрҙә Башҡортостандың төрлө районынан төрлө ырыу вәкилдәре үҙҙәренә генә хас булған башҡорт милли кейемдәренең, биҙәүестәренең фотолары менән бүлешәләр, уларҙы тергеҙәләр, марафондар, оҫталыу дәрестәре үткәрәләр.
 Бер нисә көндән беҙ осраштыҡ һәм Гөлдәр миңә лә “башҡорт милли кейемдәре сирен” “йоҡторҙо”.
Ул үҙе боронғо туҡыманан традицион стилдә ҡатын-ҡыҙ һәм ирҙәр күлдәктәре, камзул теккән, көмбәҙҙәр эшләргә өйрәнгән.
Был эш миңә бик ҡыҙыҡлы ла, мауыҡтырғыс та булып күренде.
 Күп тә үтмәй мин дә Гөлнара Вәхитованың “Башҡорт милли кейеме”, Флорид Вәхитов, Зөлфиә Краснованың  “Тамға”, Гөлсөм Хөсәйенованың  “Хан ҡыҙы”, Азалия Ғәниуллинаның “Тәңкәбикә” тематик төркөмдәренә яҙылдым. Унда меңәрләгән милләттәштәребеҙ теркәлгән, улар үҙ-ара кәңәшләшеп тә, бер-береһенә ярҙамлашып та, бәхәсләшеп тә боронғо милли кейемдәребеҙҙе, биҙәүес, көнкүреш әйберҙәрен тергеҙеү өҫтөндә янып эшләйҙәр.
 Мин дә иң беренсе эште кәрәкле материал йыйыуҙан башланым. Бер-нисә оҫталыҡ дәресенә барып ҡайттым. Быға тиклем һатып алған туҡымалар ярамағанлығын аңланым.
 Сәмәрҡәндтән ҡайтарылған төрлө адрас туҡымалар алып ҡуйҙым, совет осоронан ҡалған бәрхәт шаршау ҙа эшкә китте, почта аша ла боронғо туҡыма ебәрҙеләр, бейемемдең һандығынан да бикәмем “өлөш “ сығарҙы.
Үҙебеҙҙең Ҡортйылғала боронғо сулпы, ҡаптырма һатыусы табылды. Салауат ҡалаһында йәшәүсе биҙәүестәр оҫтаһынан көмбәҙҙәр эшләтеп алдым. Тик кәрәкле әйберҙәр әле бихисап ине.
Әлегә мин камзул ғына тегеп кейҙем һәм  артабан селтәр эшләү, күлдәк тегеү өҫтөндәмен. Эшләнәһе эштәр бик күп, әлбиттә.
Үҙенә күрә, был мауыҡтырғыс эш бик күп ваҡыт һәм сығымдар ҙа талап итә.

 Үҙебеҙҙең башҡорт милли кейемдәре, биҙәүестәре ғәжәп күп төрлө һәм бик бай бит. Елән, камзул, кәзәкей, сәкмән, бишмәт, балитәкле күлдәк, ҡашмау, ҡушъяулыҡ, ҡалпаҡтарҙы биҙәүгә лә ҙур иғтибар бирелгән. Ең остарын, итәктәрен, салғыйын уҡа менән ситләтергә, уларға төрлө биҙәк тә һалырға кәрәк. Селтәр, һаҡал, хәситә, муйынсаҡ, баш кейемдәрен төрлө тәңкә, затлы таш, мәрйен, көмбәҙ менән биҙәйһең.

 Борон диңгеҙ ҡабырсаҡтарын хатта Һиндостандан килтергәндәр. Ә ҡортбаш  иһә башҡорттарҙың боронғо халыҡ икәнен дәлилләүсе ҡомартҡы булған. Шулай итеп, традицион милли кейемде тегергә, тергеҙергә батырсылыҡ итәһең икән, һин бының бик яуаплы аҙым икәнен дә аңларға тейешһең.

 Музейҙарҙа һаҡланған йә боронғо фотоһүрәттәге эскиздарҙан ситләшмәү фарыз. Сөнки беҙ башҡорт милли кейемдәрен ата-бабаларыбыҙҙың мираҫы һәм ҡомартҡыһы итеп һаҡларға, киләһе быуындарға тапшырырға тейешбеҙ.

"Башҡорт милли кейемдәрен ата-бабаларыбыҙҙың мираҫы һәм ҡомартҡыһы итеп һаҡларға, киләһе быуындарға тапшырырға тейешбеҙ"
"Башҡорт милли кейемдәрен ата-бабаларыбыҙҙың мираҫы һәм ҡомартҡыһы итеп һаҡларға, киләһе быуындарға тапшырырға тейешбеҙ"
Автор:Айгөл Айытҡолова
Читайте нас: