Мораҙым
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
1 Апрель , 11:55

Башҡорт мәҙәниәтен халыҡ йолалары күтәрә

Башҡорт мәҙәниәтен халыҡ йолалары күтәрә          “Сәңкем” фольклор ансамбле - Тәүәкән ауылының ғына түгел, тотош райондың йөҙөк ҡашы  тиһәк тә, һис арттырыу булмаҫ. Өлкән һәм урта йәштәгеләрҙе генә түгел, йыр-моң һөйгән үҫмерҙәрҙе лә берләштереп торған был ансамбль 2002 йылда уҡ ойошторола.  Районда үткән һәр сараларҙы сағыу концерт номерҙары менән йәмләгән ижади коллектив ерле халыҡ йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен, башҡорт фольклорын тергеҙеүгә ҙур өлөш индерә, мәҙәниәтебеҙҙе һаҡлауға, үҫтереүгә, күтәреүгә булышлыҡ итә.

 

          - 22  йыл буйы гөрләп эшләп килгән ансамблебеҙ ошо ваҡыт арауығында бер быуын вәкилен хаҡлы ялға ла ебәрергә өлгөрҙө. Мин уны 2008 йылдан етәкләйем.   Олоғайып та бөттөләр инде, мәрхүм булғандары ла бар, ҡыҙғанысҡа ҡаршы. 

         Инәйҙәр беҙҙең өсөн үҙе бер ижади хазина. Уларҙың белмәгән нәмәһе юҡтыр, һәр ваҡыт кәңәшләшеп, кәрәк саҡта тәнҡиттәрен дә күтәреп, ижади татыулыҡта эшләргә тырышабыҙ. 

         “Сәңкем”дәр үҙебеҙҙә генә түгел, күптән республика кимәлендә танылыу яулаған коллектив.  Һәр төрлө сараларҙа, ҙур концерттарҙа,  ҡул эштәре күргәҙмәләрендә лә әүҙемлек күрһәтәбеҙ.  Һуңғы йылдарҙа урындағы ауыл йолаларына ла ҙур иғтибар бүлә башланыҡ. Ата-бабалаларыбыҙҙың ғөрөф-ғәҙәттәрен, йолаларын тамашаларҙа һаҡлап ҡалырға, йәш быуынға еткерергә тырышабыҙ, йәштәрҙең никахлашыу сараларын да башҡорт халҡының бай йолалары менән үткәрәбеҙ. Ансамбль ағзаларының кемеһен генә алма,  ҡумыҙ, мандолина, гармун кеүек  халыҡ музыка ҡоралдарында  уйнай, моңло итеп йырлай, кәрәк икән сәхнә һелкетеп бейеп тә китә, спектаклдәрҙә лә ҡатнаша.  

          “Ҡоҙалар ҡаршылау”, “Килен һөйөү” йолалары менән яңы өйләнешкән парҙарҙың никахлашыу тантанаһында күрһәтәбеҙ. “Ҡыҙ яусылау”, “Шишмә тергеҙеү”, “Бала һөйөү”, “Килендәр һәм бейемдәр әйтеше”, “Ҡаҙ өмәһе” кеүек йола һәм байрам композицияларын халыҡ яратып ҡабул итә.

         Әлеге көндә оло йәштәге апайҙар, халҡы ялдағы ағайҙар менән бер рәттән урта йәштәгеләр ҙә шөғөлләнә. Гармунсылар, ҡумыҙсылар, таҡмаҡсылар ғына түгел, ғөмүмән, йәмәғәт тормошондағы әүҙем ағай-апайҙар тәшкил итә коллективты. 

         Иң өлкәнебеҙ - Раҡыя Әлмөхәмәтова - Учалы ҡалаһында “Етегән йондоҙ-2021” фольклор коллективтары фестивалендә "Иң өлкән ҡатнашыусы" номинацияһында, ә ансамбль “Халыҡ мәҙәниәтен пропагандалаған өсөн” номинацияһында еңеүсе дипломына лайыҡ булды.

         “Тере шишмәләр – тере шишмәләр” республика үҙешмәкәр халыҡ ижады фестивалендә  лә даими ҡатнашабыҙ.  Былтыр халыҡ ижады фестиваленең 2-се дәрәжә лауреаты булараҡ билдәләндек.

“Мин һине яратам, тормош!” фестивалендә лә II дәрәжә диплом менән бүләкләндек, “Ашҡаҙар тандары” дипломанды булдыҡ.

         Бындай конкурстарҙа, фестивалдәрҙә ҡатнашыу тәжрибә уртаҡлашырға мөмкинлек бирә, оҫталыҡты камиллаштырыуға булышлыҡ итә.

“Һаумыһығыҙ,  ауылдаштар”, “Шәжәрә байрамы”, “Урам байрамы”, “Һабантуй”, “Ауыл көнө” кеүек байрамдарҙа ла әүҙем ҡатнашабыҙ.

         Тағы ла шуны әйтер инем, беҙҙә быуындар бәйләнеше көслө. Ошо бәйләнеште дә өҙмәй, балалар өсөн дә, йәштәр өсөн дә тамашалар сәхнәләштереп торабыҙ.
         Башҡа коллективтар менән осрашып, аралашып, тәжрибә уртаҡлашып тороу эште һөҙөмтәлерәк тә итә, башҡорт фольклоры белгестәре үткәргән «түңәрәк өҫтәлдәрҙә» лә йыш ҡатнашабыҙ, үҙебеҙгә кәрәкле мәғлүмәттәр туплайбыҙ.

         Репертуарҙы ла даими яңыртып, халыҡтың рухи ихтыяжын ҡәнәғәтләндерерлек сығыштар әҙерләйбеҙ, - ти  Тәүәкән күп функциялы ауыл клубы директоры, ансамбль етәксеһе Гөлдәр Мөхтәр ҡыҙы Әбдрәхимова

Фото шәхси архивтан.

 

Башҡорт мәҙәниәтен халыҡ йолалары күтәрә
Башҡорт мәҙәниәтен халыҡ йолалары күтәрә
Автор:Айгөл Айытҡолова
Читайте нас: