Ҡыш бабайҙар парады балалар өсөн генә түгел, өлкәндәр өсөн дә ҙур ваҡиғаға әйләнде, тип әйтергә була. Шулай булмай һуң, илленән ашыу Ҡыш бабай менән Ҡарһылыуҙы, Айыу, Бүре, Төлкө, Ҡуян, Аждаһа кеүек әкиәт геройҙарын бер юлы ҡайҙа осратырға була әле!
Күңелдәрендә дәрт осҡондары һүнмәгән, үҙҙәренең дә, башҡаларҙың да күңелен күтәрергә ваҡыт һәм яй тапҡан был төркөм уйын-көлкө, йыр-моң менән З.Биишева һәм Ленин урамдары буйлап үтте һәм З.Биишева исемендәге ял паркына килеп, боҙ ҡаласағын асыу тантанаһына ҡушылды.
Төрлө төҫтәр менән балҡыған ике шыршы, сағыу уттарға күмелгән тирмә менән үткәүел, боҙҙан эшләнгән әкиәт һындары, паркты уратып алған ҡоймаларҙың сағыу уттар менән әллә ҡайҙан балҡып тороуы – үҙҙәре бер әкиәт донъяһын хәтерләтә!
Район мәҙәниәт тармағы эшсәндәре тамашасыларға үҙҙәренең сағыу йыр-моңдарын бүләк итте, төрлө уйындар ойошторҙо.