Мораҙым
+1 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
17 Ноябрь 2023, 14:46

Һалдаттарға именлек теләп

“Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ!” тип исемләнгән концерт әлеге ваҡытта махсус операцияла хәрби бурыстарын үтәүсе һалдаттарға ярҙам итеү маҡсатында күрһәтелде һәм ялҡынлы рухы, эҙмә-эҙлекле тематикаһы, сағыу сығыштары менән айырылып торҙо.

Һалдаттарға именлек теләп
Һалдаттарға именлек теләп

 Йөкмәткеле һәм әһәмиәтле сараны район тамашасыһының йөрәгенә күптән асҡыс яратып өлгөрөүсе көр тауышлы Александр Попов “Россия” йыры менән асып ебәрҙе. Үҙебеҙҙең йырсы-һандуғастар – Нәғим Нуриманов, Исмәғил Ғилманов, Мәҙинә Рәхмәтуллина, Тәлғәт Ишемғолов, Фәрүәз Миңлебаев, Руслан Абдуллин, Йомағужа ауылы таланттары һәм башҡалар башҡарыуында берсә һағышлы, берсә дәрт-ялҡынлы йырҙар күңелдәрҙең аҫтын өҫкә килтерҙе. “Бәйембәт” этно-рок төркөмө, “Йәнбикә” ҡатын-ҡыҙҙар һәм “Егеттәр” балалар вокаль ансамблдәре, Азамат Илмөхәмәтовтың рухлы сығыштары тамашаның матур биҙәге булып торҙо.

 Һүҙ сәнғәте оҫталары – Исмәғил Ғилманов һәм Альбина Григорьева үҙҙәренең көр тауышы, тамашаны оҫта алып барыуҙары менән арбаны.

 Ватаныбыҙ мәнфәғәттәрен яҡлап утҡа ингән, ҙур ҡаһарманлыҡтар күрһәтеп һәләк булған һалдаттар  бер минутлыҡ тынлыҡ менән иҫкә алынды.

 “Яҡташ һалдаттарыбыҙ иҫән-имен әйләнеп ҡайтһын! Ерҙә тыныслыҡ урынлашһын!” тигәнерәк аҡ теләктәр менән хәрби егеттәргә гуманитар ярҙам йөҙөнән хәйриә концертына килгән тамашасылар адресына ла йылы рәхмәт һүҙҙәре яңғыраны сәхнәнән.

Автор:Гульшат Саитбаталова
Читайте нас: