Бер-береһҽн ҡотлауҙар, мәктәп йылдарын иҫкә алыу, ғүмерҙең ҡартлыҡ яғына ауышыуы – йәшәү тураһында барҙы һүҙҙәрҽ. "Ниндәй генә һөнәр алып, кем генә булып эшләһәк тә бер-беребеҙҙең йөҙөнә, класташтар исеменә тап төшөрмәүебеҙ менән бәхетлебеҙ һәм ысынлап та ғорурлана алабыҙ", тип ҡыуаныстары мҽнән уртаҡлаштылар. Тәүәкән ауылы мәҙәниәт усағы эшсәндәре ҡыуаныслы осрашыуҙы йыр-моң мҽнән тулыландырып, гармун моңдарына ҡушып үрҙҽ. "Cәңкҽм" халыҡ фольклор ансамблҽ самауырлы бҽйҽүҽ мҽнән дәртләндҽрһә, Ләлә Асҡарова мҽнән Гөлдәр Әбдрәхимова, Нәҡиә Вәлитова, Әлмира Әбдрәхимованың моңло йырҙары һағышландырҙы, Ләлә Cәйетбаталова шиғырҙар шәлкҽмҽн тәҡдим иттҽ, гармунсылар Фуат Әлмөхәмәтов, Рөстәм Әбдрәхимов ҡунаҡтарҙы гармун моңдарына йырлатты ла, бҽйҽттҽ лә.