Мораҙым
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
26 Май 2023, 15:16

"Китап - тормош көҙгөһө, Китап - бөйөк тәрбиәсе"

 Өфөлә ошо көндәрҙә, 26-28 майҙа, “Китап байрамы” халыҡ-ара китап йәрминкәһе уҙыу уңайынан.  Ғәжәпләнерһең дә... Беҙ һәр саҡ ҡайҙалыр ашығабыҙ, ҡайҙалыр өлгөрмәй ҡалыуҙан ҡурҡабыҙ, ҡабаланабыҙ... Элекке кеүек кинәнеп болонда бесән дә сапмайбыҙ, гектарлап колхоз сөгөлдөрөн дә утамайбыҙ, ә барыбер ҙә ваҡыт юҡ! Алтын-көмөш тауҙарҙан мең тапҡырға ҡиммәтлерәк, ҙур хазинаға торошло китаптарҙы ҡулға алып, рухи ләззәт кисерергә, рухи донъябыҙҙы, телебеҙҙе байытырға, даирәбеҙҙе киңәйтергә һис ваҡыт еткерә алмайбыҙ.  Бәлки, ваҡыт тарлығы бер һылтау ғыналыр? Бәлки, рухи зәғифлек, моңһоҙлоҡ тоҙағына батып барабыҙҙыр?  Китапты белем шишмәһе, йәшәү сығанағы күреп, ауыл китапханаһын бер мөғжизәләр иленә, алтын-көмөш һаҡланған серле хан һарайына тиңләгән саҡтар бар ине бит!

"Китап - тормош көҙгөһө, Китап - бөйөк тәрбиәсе"
"Китап - тормош көҙгөһө, Китап - бөйөк тәрбиәсе"

- Беҙ сикһеҙ бәхетле булдыҡ, - ти Бикбулат ауылында йәшәүсе РФ-ның халыҡ мәғарифы алдынғыһы Фатима Сафина ла. – Үҙем мәктәп директоры, ә Дауыт Мәхийән улы ауыл хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарған осорҙа беҙҙән күренекле әҙиптәр өҙөлмәне. Бының өсөн ауылдашыбыҙ, хөрмәтле фронтовик яҙыусы Шакир ағай Янбаевҡа сикһеҙ рәхмәтлебеҙ. Яҙыусы дуҫтарының тыуған төйәген күреү теләге менән Бикбулатҡа Мостай Кәрим, Рафаэль Сафин, Ирек Кинйәбулатов, Тимер Йосопов, Сафуан Әлибаев, Зәйнәб Биишева, һуңыраҡ Рәшит Солтангәрәев, Сабир Шәрипов, Әмир Әминев, Рауил Бикбаев, Ҡәҙим Аралбай, Рәмил Йәнбәк бер нисә тапҡыр килде. Иң тәүҙә мәктәптә балалар менән, төштән һуң клубта ауыл халҡы менән йылы осрашыуҙар үтә торғайны. Килгән һәр береһе бүләккә үҙ китаптарын тейәп килә, ихлас күңелдән бүләк итә. Күренекле әҙиптәрҙе яҡындан күргән олоһо ла, кесеһе лә, әлбиттә, уларҙың ижадын да тәрәнтен өйрәнергә, әҫәрҙәрен тәмләп уҡырға ынтыла. Рафаэль Сафиндың “Шул тиклем дә алсаҡ был үҙебеҙҙең башҡорт ауылы кешеләре, шуның өсөн күңел ҡыуана” тигәне хәтеремә уйылып ҡалған. Мостай Кәримдең дә, бикбулаттарҙың үҙенә ҡарата тәрән ихтирамын тойоп, күреп, яҙыр өсөн өр-яңы дәрт-ҡеүәт, илһам менән һуғарылып ҡайтып китеүе күҙ алдымда. Шакир дуҫына, Бикбулат ауылына бағышлап яҙылған шиғыры беҙҙең өсөн яҡты иҫтәлек булып һаҡлана. Районға әле лә яҙыусылар, шағирҙар килә килеүен, әммә китап һөйөүселәр, нәфис әҙәбиәткә мөкиббән булғандарҙың күбеһе был хаҡта ишетмәй ҙә ҡала. Әҙиптәр менән мәктәп балалары өсөн күберәк йылы осрашыуҙар үткәрелһен ине. Был йәш быуынды китап уҡыуға йәлеп итеүгә этәргес булыр ине.

 Юғалтылғанды кире ҡайтарыр, тергеҙер өсөн бер китап йәрминкәһе генә етмәҫ, әлбиттә. Әммә был изге башланғыс артабан да дауам итеп, быға күберәк халыҡ йәлеп ителһә, урындарҙа ла был юҫыҡта төрлө акциялар, китап байрамдары уҙғарылһа, юғарыраҡ һөҙөмтәләргә ирешеү мөмкинлеге булыр ине.

 Китап бит ул элеккесә тере хазина, рухи бағана, илһам, йәшәү сығанағы, Ғ.Туҡай әйткәнсә - тормош көҙгөһө, бөйөк тәрбиәсе! Бары тик мәҙәни үҫеште, рухиәтте өҫтөн күреүҙән бигерәк матди яҡты, донъя малын ҡайғыртыусы моңһоҙ кешеләрҙең бермә-бер артыуы, балаларыбыҙҙың интернет ҡоло булыуы ғына йәмғиәтебеҙҙең, илебеҙҙең киләсәге өсөн борсолдора, уйландыра...

 Фотола – Бикбулат ауылында әҙиптәр менән йылы осрашыуҙар. 

Автор:Гульшат Саитбаталова
Читайте нас: