Мораҙым
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
24 Март 2023, 14:28

Ауылдарға йән өрөүсе улар

 Иртәгә Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре көнө айҡанлы район мәҙәниәт һарайында бөгөн тантаналы сара үтте.  Эштәре тынғыһыҙ уларҙың. Йырлап-бейеп күңел асыуҙан ғына тормай, иңдәренә халыҡ араһында мәҙәни ағартыу эштәре алып барыу, халыҡҡа рухи аҙыҡ өләшеү, урындарҙа етәкселек менән берҙәм рәүңештә төбәктәргә йән өрөү кеүек яуаплы бурыстар ята. 

Ауылдарға йән өрөүсе улар
Ауылдарға йән өрөүсе улар

 Шуныһы ҡыуаныслы – мәҙәниәт өлкәһе эшсәндәренең хеҙмәте даими район етәкселеге тарафынан да, юғарынан да баһаланып тора. Был юлы ла бүләкләнеүселәр байтаҡ булды, район мәҙәниәт бүлеге начальнигы Рәмзиә Хөснуллина ла коллегаларының эшенә юғары баһа биреп, уларҙы йылы һүҙҙәргә, аҡ теләктәргә күмде.

 Яратҡан гармунсыбыҙ Ришат Бәҙретдинов һөнәри оҫталығы өсөн һәм 50 йәшлек юбилейы уңайынан БР мәҙәниәт министрлығының Маҡтау грамотаһына; Мәҙинә Булатова(район мәҙәниәт һарайы), Гөлдәр Әбдрәхимова (Тәүәкән) оҙаҡ йылдар намыҫлы хеҙмәте һәм районда мәҙәниәт үҫешенә тос өлөш индереүе, район үҙәк китапханаһы коллективы “Гений места” федераль проекты сиктәрендә уҙған конкурста еңгәне өсөн БР мәҙәниәт министрлығының рәхмәт хаттарына лайыҡ булды.  

Автор:Гульшат Саитбаталова
Читайте нас: