Мораҙым
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
18 Март 2023, 21:00

Хеҙмәте лайыҡлы баһаланды

Баш ҡалала уҙған "Арт-Ҡоролтай" мәҙәни форумында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров та ҡатнашты һәм бер төркөм мәҙәниәт, сәнғәт хеҙмәткәрҙәренә намыҫлы хеҙмәттәре өсөн төрлө наградалар тапшырҙы.  Юғары наградаларға лайыҡ булыусылар араһында беҙҙең райондаштар ҙа бар: район мәҙәниәт бүлегенең ойоштороу эштәре буйынса баш методисы Гүзәлиә Митдин ҡыҙы Ҡотлобаева «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булды. Тәүәкән ауыл мәҙәниәт йортоноң баш менеджеры Гөлдәр Мөхтәр ҡыҙы Әбдрәхимоваға иһә БР Мәҙәниәт министрлығының Рәхмәт хаты тапшырылды.  Оҙаҡ йылдар ошо тармаҡта эшләп, район мәҙәниәтен үҫтереүгә ҙур көс һалған райондаштарыбыҙҙы лайыҡлы наградалары менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ! Ижад ҡомарығыҙ һүнмәһен, һүрелмәһен һәм артабан да ҙур ижади уңыштар юлдаш булһын! Афарин! 

Хеҙмәте лайыҡлы баһаланды
Хеҙмәте лайыҡлы баһаланды

Баш ҡалала уҙған "Арт-Ҡоролтай" мәҙәни форумында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров та ҡатнашты һәм бер төркөм мәҙәниәт, сәнғәт хеҙмәткәрҙәренә намыҫлы хеҙмәттәре өсөн төрлө наградалар тапшырҙы. 

Юғары наградаларға лайыҡ булыусылар араһында беҙҙең райондаштар ҙа бар: район мәҙәниәт бүлегенең ойоштороу эштәре буйынса баш методисы Гүзәлиә Митдин ҡыҙы Ҡотлобаева «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булды.

Тәүәкән ауыл мәҙәниәт йортоноң баш менеджеры Гөлдәр Мөхтәр ҡыҙы Әбдрәхимоваға иһә БР Мәҙәниәт министрлығының Рәхмәт хаты тапшырылды. 

Оҙаҡ йылдар ошо тармаҡта эшләп, район мәҙәниәтен үҫтереүгә ҙур көс һалған райондаштарыбыҙҙы лайыҡлы наградалары менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ! Ижад ҡомарығыҙ һүнмәһен, һүрелмәһен һәм артабан да ҙур ижади уңыштар юлдаш булһын! Афарин! 

Автор:Гульназ Саитбатталова
Читайте нас: