Мораҙым
+24 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
17 Март 2023, 14:24

Ғәжәйеп күркәм, һәләтле кеше ул

чс  Бер ҙә еңел булмаған заманда халыҡҡа рухи ләззәт бүләк итеп, был донъяны матурлауға үҙ өлөшөн индерергә ынтылыусы ысын талант эйәһе, ғәжәйеп күркәм кеше ул Исмәғил Ғүмәр улы Ғилманов.  Район халҡы уны һандуғастай моңло тауышлы йырсы, оҫта алып барыусы һәм әүҙем йәмәғәтсе, район Советы депутаты булараҡ яҡшы белә. Быйыл тамашасы алдында ул бөтөнләй икенсе яҡтан асылды – үҙен һәләтле режиссер итеп танытты.

Ғәжәйеп күркәм, һәләтле кеше ул
Ғәжәйеп күркәм, һәләтле кеше ул

 Баҡтиһәң, ут күршеләр яҡташыбыҙҙың профессиональ режиссер икәнен электән белгән икән. Үткән йылда шуға күрә лә Иҫәнғол район мәҙәниәт йорто “Үҫәргән” халыҡ театры уны хеҙмәттәшлек итергә саҡырған. Ейәнсураларҙың Исмәғил Ғилманов менән уртаҡ хеҙмәт емеше (К.Аҡбашевтың “Сәйер кейәү” спектакле) Мораҡ тамашасыһын ғына түгел, күп ҡала, район тамашасыһын әсир итте.

 Өмөтбай ауылында тыуып үҫкән Исмәғил Ғүмәр улына бала саҡта уҡ сәхнә “ене” ҡағылған. Әсә-атаһы - һигеҙ бала тәрбиәләгән Миңсара Бәҙретдин ҡыҙы менән Ғүмәр Билал улы йыр-моңға һәләтле булған, сабыйҙарын да башҡорт һәм татар халыҡ ауыҙ-тел ижады өлгөләрендә үҫтергән. Мораҡ башҡорт мәктәбендә уҡыған мәлендә Исмәғил театр менән “зарарлана”. Бында Вәсим Әхмәт улы уҡыусыларҙы сәхнә телмәренә, актерлыҡ оҫталығына өйрәтеп, театр сәнғәтенә йәлеп итеү юҫығында әүҙем эш башҡара. Төп ролдәрҙе уйнау бәхетенә ирешкән үҫмер мәктәптән һуң, 1975 йылда, уйлап та тормайынса Өфө дәүләт сәнғәт институтының актерҙар бүлегенә уҡырға инә. Диплом алғас биш йыл Салауат башҡорт дәүләт драма театрында эшләп тәжрибә туплай. Үҙе менән бергә уҡыған талантлы актерҙар – Әлмира Ҡыуатова, Нәжибә Сәғитова һәм Байрас Ибраһимов (апаруҡ йылдар “Нур”дәүләт драма театрын етәкләне!) менән сәмләнеп эшләй. Гастролдәр менән республиканы арҡылыға-буйға иңләй улар.

 Һәләтле ир-егеткә бер урында тапаныу хас түгел. Ырымбур өлкәһенең Ҡыуандыҡ ҡалаһы мәҙәниәт йортона директор вазифаһына саҡырылғас, дәрт-ялҡынлы Исмәғил дә ризалаша. Ғүмерлек йәре – медицина белгесе Зөлфиә Миңлеәхмәт ҡыҙын да тап шунда осрата. Ике ғашиҡ йән ҡауышып, шунан бирле шатлыҡ-көйөнөстәрҙе уртаҡ итеп, ғүмер ебен бергә-бергә һүтә; бер ҡыҙ, бер малайға матур тәрбиә бирә.

 Өмөтбайҙа, Мораҡта башҡорт мәктәбендә уҡыған ауыл малайы һуңыраҡ себер киңлектәрен дә яулай. 1988-1994 йылдарҙа Яҡут Республикаһы актер һәм ҡурсаҡ театры актеры, 1994-2000 йылдарҙа Ямал-Ненец автономиялы округындағы Губкинский ҡалаһы гимназияһында үҙе асҡан “Диалог” театр студияһын етәкләй һәм уның режиссеры була.

 Артабан ун йыл Ямалда “Вектор” телевидениеһының “Яңылыҡтар” хеҙмәтендә журналист һәм редактор булып эшләгән дәүерендә тап шул режиссер булараҡ рус әҙәбиәтен күп уҡыуы, өйрәнеүе, сәнғәт институтынан алынған төплө белеме, бай лексик запасы, аралашыу һәләте... – барыһы ла Ғилмановтың яуаплы, ауыр эшен еңелләштерә.

 Яуланаһы үрҙәр яуланып, сәстәренә көмөш һибелгәс, яҡташыбыҙҙы тыуған яҡ елдәре үҙенә тарта. Район үҙәген түгел, төпләнер өсөн наҙлы бишеге – Өмөтбайынан алыҫ булмаған Яңы Хвалын утарын һайлай ул. Үҙ ере өсөн битараф була алмаған әүҙем йәмәғәтсе хәҙер моңло тауышы, күркәм булмышы менән сәхнә түрен дә биҙәп, халыҡты театрға йәлеп итә. Бер театрҙан әҫәрләнеп ҡалғас, күңел тағы ла дүрт күҙ менән “үҫәргән”дәрҙе көтә. Ейәнсура-Күгәрсен араһына дуҫлыҡ күпере һалыусы Исмәғил Ғүмәр улы һәм ысын таланттарҙан тупланған “Үҫәргән” артабан да аҫыл сәхнә “емеш”тәре менән беҙҙе һөйөндөрөр, халыҡҡа рухи ял, йылы өләшер тип ышанғы килә.     

 Күркәм кеше тураһында тулыраҡ яҙмабыҙ баҫманың 10-сы һанында сыҡты.

  

Автор:Гульшат Саитбаталова
Читайте нас: