Мораҙым
+23 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
МӘҘӘНИӘТ
13 Март 2023, 16:30

Бикбулаттар күрше өлкә менән тәжрибә уртаҡлаша

Кисә Бикбулат ауылы кешеләре, район башҡорттары ҡоролтайы һәм “Ағинәйҙәр ҡоро” вәкилдәре, район мәҙәниәт һарайы хеҙмәткәрҙәре Ырымбур өлкәһенең Ҡыуандыҡ районында булып ҡайтты.  Милләттәштәребеҙ күпләп йәшәгән күрше төбәктәге Ибраһим ауылына барыуҙың төп сәбәбе - тарихи тамырҙарҙы юллау, “Айыҡ ауыл” конкурсын пропагандалау һәм тәжрибә уртаҡлашыу. Был хаҡта район башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Рөстәм Сәйетбатталов һөйләй:

Бикбулаттар күрше өлкә менән тәжрибә уртаҡлаша
Бикбулаттар күрше өлкә менән тәжрибә уртаҡлаша

- Сара Ибраһим ауыл мәҙәниәт йортонда уҙҙы. Урал ауыл биләмәһе башлығы Илнур Сәйфуллин Бикбулатта конкурс сиктәрендә үткән һәм буласаҡ саралар тураһында һөйләне, хужаларға күстәнәстәр тапшырҙы.
"Айыҡ ауыл" конкурсының маҡсаттары, әһәмиәте хаҡында түңәрәк өҫтәл артында фекер алышыуҙа Бикбулат ауылы вәкилдәре, “Ағинәйҙәр ҡоро” етәксеһе Гөлфиә Искәндәрова, Бикбулат ауыл китапханаһы мөдире Гөлнәзирә Кинйәбаева, “Карауанһарай” Ырымбур өлкәһе башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Йәғәфәр Яманһарин, Ҡыуандыҡ ҡала округы хакимиәте аппараты етәксеһе Ринат Аликбаев, Ҡыуандыҡ ҡала округы башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Елена Романович, мәҙәниәт бүлеге начальнигы Наталья Мальцева, Үҙәкләштерелгән клуб системаһы етәксеһе Вячеслав Ян, мин, ауыл халҡы менән эшләү бүлеге начальнигы Регина Сарыева ҡатнашты. Урындағы етәкселәр һәм актив "Айыҡ ауыл" конкурсының барышы, үтәлеше, һөҙөмтәһе хаҡында ентекләп һорашты. Улар бындай сараларҙы үҙҙәрендә лә ойоштороу хаҡында теләк белдерҙе.
Түңәрәк өҫтәлде йомғаҡлап Илнур Миңлеғәле улы ҡыуандыҡтарҙы Бикбулат ауылын, уның хозур тәбиғәтен килеп күрергә, уңған, ҡунаҡсыл халҡы менән танышырға, айыҡ, сәләмәт тормош алып барыу маҡсатында уҙғарылған мәҙәни һәм спорт сараларында ҡатнашырға саҡырҙы.
Район мәҙәниәт һарайы хеҙмәткәрҙәре Альбина Григорьева, Ришат Бәҙретдинов, Руслан Абдуллин, Линар Сәйфетдинов, Фәрүәз Миңлебаев, Бикбулаттан Фәйрүзә Тажетдинова, Таһир Ишаев килтергән йырлы күстәнәс урындағы милләттәштәргә, рухташтар, фекерҙәштәргә хуш килде.

#ВсемирныйКурултайБашкир #ТрезвоеСело2022 #АйыҡАуыл2022 #ТрезвыйБашкортостан #БикбулатАуылы #ДеревняБикбулатово #Күгәрсенрайоныбашҡорттарыҡоролтайы
"Айыҡ ауыл" проекты Башҡортостан Башлығы гранттары фонды ярҙамында уҙғарыла.
Проект "Трезвое село" реализуется при поддержке Фонда грантов Главы Республики Башкортостан.

 

 

     

 

Автор:
Читайте нас: