Мораҙым
+28 °С
Болотло
МӘҘӘНИӘТ
9 Февраль 2023, 11:39

Ейәнсура - Күгәрсен араһын яҡынайтып

 Әле генә үҙебеҙҙең күгәрсендәр театрҙың тылсымлы ишеген асып, йәнгә сихәт биргәйне. Кисә ут күршеләребеҙ – Ейәнсура районы мәҙәниәт һарайының “Үҫәргән” халыҡ театры Кәбир Аҡбашевтың “Сәйер кейәү” спектакле премьераһын ҡуйып, Күгәрсен халҡын таң ҡалдырҙы.  Эйе, һис арттырыу түгел - беренсе күренештән үк Ейәнсура таланттары үҙҙәренә ҡаратты, әүрәтте, шуға күрә тамаша бер тынала үткәндәй тойолдо... Тамамланғас та, халыҡ таралырға ашыҡманы, әйтерһең дә, театрҙың ғәжәйеп бер сихри көсө һаман да үҙенә тартып тик торҙо. Драма әҫәренең мауыҡтырғыс йөкмәткеһе лә, һандуғаслы таңдарҙы хәтерләтеп тороусы йәйге декорация ла, әлбиттә, быға сәбәпсе булғандыр.  

Ейәнсура - Күгәрсен араһын яҡынайтыпЕйәнсура - Күгәрсен араһын яҡынайтып
Ейәнсура - Күгәрсен араһын яҡынайтып

 Фәнүр Тукумбетов, Юлай Арҫланбаев, Күгәрсен тамашасыһына күптән таныш булған Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Вафа Мәүлүтов, береһенән-береһе һылыу, сая Гөлназ Танһыҡҡужина менән Зәлифә Бербасова, театрҙың художество етәксеһе - һәләтле яҡташыбыҙ Хәлиҙә Ҡолшәрипова... Ролдәрҙе һәр береһе ифрат халыҡсан, йәнле итеп башҡарҙы – алыҫта-а ҡалған тиле йәшлек, бергә-бергә йондоҙ һанаған ауыл малайҙары, ҡыҙҙары, беҙгә һабаҡ, алтын кәңәш биргән һәм аҡ яулыҡ бөркәнгән ауылымдың матур инәйҙәре тып итеп күҙ алдына баҫҡандай тойолдо.

 Отошло сәхнә әҫәре һайлап, ролдәрҙе актерҙарҙың булмышына ҡарап оҫта бүлгән, йыһазланыш мәсьәләһенә лә етди ҡараған яҡташыбыҙ Исмәғил Ғилмановтың тырыш хеҙмәтен айырып билдәләп үтмәү яҙыҡ булыр кеүек. Күгәрсендәр өсөн йәнле тамаша - мауыҡтырғыс спектакль алып килеп, үҙен профессиональ режиссер булараҡ танытты ул.

 Исмәғил ағайҙың: “Бер-беребеҙгә ҡунаҡҡа йөрөшөп, Күгәрсен-Ейәнсура араһында дуҫлыҡ күпере, театр үҙәге һалайыҡ!” – тип әйтеүе тамашасы күңеленә май булып яғылды. Тимәк, театрҙың ишектәре бының менән генә ябылмаҫ, артабан да тормошсан әҫәрҙәрҙе сәхнәгә сығарып, Ейәнсура-Күгәрсен араһын яҡынайтыр, халыҡ күңеленә рухи аҙыҡ, ял сәғәте бүләк итер әле таланттар!

Автор:Гульшат Саитбаталова
Читайте нас